Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
27 Ғинуар , 03:05

Ваҡытында әйтелгән һүҙ

Юл сатында тороп ҡалып,Аяҡ аҫтың булһа тик боҙ,Аҙашыуҙан, абыныуҙанҺаҡлап ҡала бары бер һүҙ - Ваҡытында әйтелгән һүҙ.

Ваҡытында әйтелгән һүҙВаҡытында әйтелгән һүҙ
Ваҡытында әйтелгән һүҙ

Юл сатында тороп ҡалып,
Аяҡ аҫтың булһа тик боҙ,
Аҙашыуҙан, абыныуҙан
Һаҡлап ҡала бары бер һүҙ –
Ваҡытында әйтелгән һүҙ.

Икеләнеп, шикләнгәндә,
Һорауҙарың булғанда йөҙ,
Өмөт һалыр күңелеңә,
Дауа булыр йөрәгеңә
Ваҡытында әйтелгән һүҙ,

Ҡайғыларҙан мейең ҡайнап,
Өткән саҡта йәнеңде ҡуҙ,
Дуҫтар һуҙған ҡул шикелле
Терәк булыр бары бер һүҙ –
Ваҡытында әйтелгән һүҙ.

Саф хистәргә ҡара бит ул,
Алыҫлашҡан ара бит ул,
Йөрәгеңә яра бит ул,
Кәрәк саҡта, көткән саҡта
Әйтелмәйсә ҡалған бер һүҙ.

Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Фото архивтан. 

 

Автор:
Читайте нас