Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
4 Февраль , 12:00

Һарыш мәктәбенә Рәсәй Геройы исеме бирелде

Йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә Башҡортостан Хөкүмәтенең белем биреү учреждениеларына Советтар Союзы, Рәсәй Геройҙары һәм башҡа күренекле шәхестәр исемен биреү тураһындағы ҡарары мөһим аҙым булды.

Һарыш мәктәбенә Рәсәй Геройы исеме бирелдеҺарыш мәктәбенә Рәсәй Геройы исеме бирелде
Һарыш мәктәбенә Рәсәй Геройы исеме бирелде

Йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә Башҡортостан Хөкүмәтенең белем биреү учреждениеларына Советтар Союзы, Рәсәй Геройҙары һәм башҡа күренекле шәхестәр исемен биреү тураһындағы ҡарары мөһим аҙым булды.
Улар иҫәбенә беҙҙең район-ҡала мәктәптәре лә инде.
Бөгөн Һарыш ауылы мәктәбенә ҡаһарман яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы Андрей Мигунов исеме бирелде.

Тантанала мәртәбәле ҡунаҡтар - район хакимиәте эштәре идарасыһы Илнур Мөлөков, район мәғариф идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эльза Хужахмәтова, Һарыш ауыл биләмәһе башлығы Рафаэль Булатов, Һарыш мәктәбе директоры Салауат Килдебаев, ветерандар, педагогтар һәм уҡыусылар ҡатнашты.

Сара барышында Андрей Павловичтың тормош юлы һәм күрһәткән батырлығы тураһында бик күп йылы һүҙҙәр яңғыраны. Ҡаһарман яҡташыбыҙ бер минут тынлыҡта иҫкә алынды.

Автор фотолары. 

Һарыш мәктәбенә Рәсәй Геройы исеме бирелде
Һарыш мәктәбенә Рәсәй Геройы исеме бирелде
Һарыш мәктәбенә Рәсәй Геройы исеме бирелде
Һарыш мәктәбенә Рәсәй Геройы исеме бирелде
Автор:
Читайте нас