Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
6 Февраль , 00:05

Берҙәмлек һәм тырышлыҡ булһын

Ир-егеттәрҙе ташламайбыҙ. 

Берҙәмлек һәм тырышлыҡ булһынБерҙәмлек һәм тырышлыҡ булһын
Берҙәмлек һәм тырышлыҡ булһын

Ирина СЫЧКОВА, "Йөрәк ҡушыуы буйынса" ирекмәнлек ойошмаһы етәксеһе:

- Республика Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт - Йыйылышы Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһен аңлау менән ҡабул иттем. Етәксе республика халҡына берҙәмлек һәм ойошҡанлыҡ өсөн рәхмәт белдерҙе. “Ошо дүрт ауыр йыл дауамында тәүәккәллек һәм берҙәмлек күрһәтеп, Еңеү өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләгән Башҡортостан халҡына рәхмәт белдерәм”, - тине ул һәм бөтәһе лә Еңеү өсөн тигән маҡсатта артабан да эшләргә өндәне.

Беҙҙең "Йөрәк ҡушыуы буйынса" ирекмәнлек ойошмаһы махсус хәрби операция башланған көндәрҙән яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйыуға, маскировка селтәре үреүгә, окоп шәмдәре әҙерләүгә тотондо һәм дүрт йыл дауамында бик әүҙем эш алып бара.
Эшебеҙ бер көн туҡтамай, беҙҙең ирекмәндәр ал-ял белмәй. Һалдаттарға кәрәк-яраҡ, гуманитар тупланма әҙерләнә. Госпиталгә лә ярҙам итәбеҙ, унда кейергә уңайлы кейемдәр тегеп оҙатабыҙ. Ошо йүнәлештә артабан да  әүҙем эш алып барырға, ир-егеттәргә ҡулдан килгәнсә ярҙам итеп торорға, тигән ниәт менән йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ.

Фото архивтан. 

Автор:
Читайте нас