Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
1 Март , 06:59

Ирҙәр иңендә мөһим бурыс ята

Ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнаған ир-егеттәр күп. Уларҙың юлы йыш ҡына  төрлө һынау менән үрелеп бара.

Үрге Таш ауылында  тыуып үҫкән Ринат Шәйәхмәтов үҙе тураһында күп һөйләргә яратмай. Бала сағы Иштуған ауылында үтә. Ошонда 8 класс тамамлағас, урта белемде Нөгөш мәктәбендә ала. Үҙен физик яҡтан үҫтерә, төрлө спорт сараларында ҡатнаша. Класташтары араһында ҡыйыулығы, сәмле булыуы менән айырыла.

Мәктәптән һуң Нөгөш колхозында эшләп, армияға алына.  Ошо йылдарҙа Куйбышев хәрби мәктәбендә уҡый һәм Тоцк-2 хәрби ҡаласыҡтың химик радиация разведкаһына йүнәлтелә. Артабан уҡыуын Саратов юғары хәрби училищеһында дауам итә. Советтар Союзының көслө, бөтә тармаҡта ла үҫеш юлы һайлаған йылдары була был осор. Юғары белемгә эйә Ринат Рәшит улы хәрби хеҙмәтен Казахстанда дауам итә. Ябайлығы, хәрби Уставҡа тоғролоғо  менән хөрмәт ҡаҙана. Хәрби хеҙмәттең бөтә баҫҡысын лайыҡлы үтеп, Ринат Шәйәхмәтов, майор дәрәжәһендә запасҡа сыға.

-Тыуған  ил алдында һәр кем бурысын үтәргә тейеш. Һынылышлы осорҙа яуаплылыҡтан ситләшкән егеттәрҙе енем һөймәй, - ти отставкалағы майор Ринат Рәшит улы. - Бөгөн ил бөтөнлөгө һәм именлеген һаҡлауҙа  берҙәмлек кәрәк.

Хәрби хеҙмәтте һайлаған ир-егеткә шәхси уңайлыҡтан баш тартырға тура килеүен яҡшы беләбеҙ. Күптәрҙең тормошо ошоға бәйле төрлө ҡаршылыҡҡа осрай, ул  мәҡәлә авторын да урап үтмәй. Ошо мәлдәрҙә яҡын кешеләренең терәге менән ул тағы күтәрелә. Бөгөн Ринат Рәшит улы Һарыш ауылында йәшәй. Биләмәнең йәмәғәт эшенән ситтә ҡалмай. Мәктәп уҡыусылары менән илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ темаларына ойошторолған сараларҙа ҡатнаша.

Рәфилә БИКЙӘНОВА.

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас