Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
4 Марта , 11:51

Борайҙа ла булдыҡ беҙ! Һәм еңдек!

250 спортсы араһында беҙҙекеләр яҡшы сығыш яһаны. Афарин, яҡташтар!

Борайҙа үҫмерҙәр араһында көрәш буйынса республика беренселеге уҙҙы. Унда Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан 250-гә яҡын көрәшсе ҡатнашты.

Мәләүез спортсылары йәш һәм  ауырлыҡ төркөмөндә  яҡшы сығыш яһаны. Вилдан Тимерғәлин алтын миҙалға лайыҡ булды (тренер-уҡытыусы Илмир Юлмөхәмәтов), Вилдан Ғәлиәхмәтов, Радмир Күсмәевта - көмөш миҙал (тренер-уҡытыусы Айнур Хисаметдинов), Илмир Тимерғәлин, Радмир Күсмәевта ла көмөш (тренер-уҡытыусы Илмир Юлмөхәмәтов). Илдар Хәмитов менән Илдар Омоҙаҡов бронза миҙал алды (тренер-уҡытыусы Айнур Хисаметдинов). Был миҙалдар – егеттәрҙең һәм тренерҙарҙың тырышлығы.

Борайҙа ла булдыҡ беҙ! Һәм еңдек!
Борайҙа ла булдыҡ беҙ! Һәм еңдек!
Борайҙа ла булдыҡ беҙ! Һәм еңдек!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас