Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
28 Март , 07:00

1 апрелдән ремонт эштәре башлана

Юл һәм уның сифаты  иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙең береһе тиһәң, һис тә арттырыу булмаҫ. Республика Башлығы менән уҙған тура эфир барышында бирелгән һорауҙарҙың яртыһынан күберәге тап ошо проблемаға ҡағылғайны. Тимәк, заманса технология ҡулланылыуы, йыл дауамында уларҙы ремонтлауға ҡарамай, был тема асыҡ ҡала.

Башҡортостанда 2025 йылда юл өлкәһенә 31,2 миллиард һум аҡса һалынған, шуның 9,7 милларды  - федераль аҡса. Шулай булыуға ҡарамай, яҙ етеү менән юлдарҙа асылған соҡорҙар водитель һәм йыйәүле тарафынан ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.

Уларҙы ямау, эксперттар фекеренсә, ваҡытлы сара, тулыһынса ҡотолоуҙы юл ҡатламын масшаблы реконструкциялағанда ғына мөмкин, был, үҙ сиратында, ҙур сығым талап итә.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, юлсылар яңыларын төҙөү һәм иҫкеләрен ямау буйынса был традицион эште дауам итәсәк. Республика Башлығы Радий Хәбиров: “Беҙ юлдарҙы ауыр, нормативҡа тура килмәгән транспорттан һаҡлау буйынса  стратегия башлайбыҙ. Ул 10 йылға иҫәпләнгән. Республиканың бөтә юлдарында йөк машиналарын үлсәү пункттары ҡуйыласаҡ”,- тине. Ысынлап та, норманан байтаҡҡа артыҡ йөк менән йөрөгән күп тонналы автомобилдәрҙән зыян күргән юлдар күп.

Мәләүез район-ҡалаһында ла юл хужалығы буйынса сығым уҙған йылда 208 миллион һум тәшкил итте, шуның 78 миллионы - республика бюджетынан. Ҡаланың һигеҙ урамында алты километр юл ҡатламы түшәлде. Район биләмәләрендә лә юлдар иғтибар үҙәгендә. Ергән ауыл биләмәһенә ҡараған Һабаш, Томансы тораҡ пункттарында халыҡ һорауы буйынса юл тәртипкә килтерелде. Шулай уҡ Һәргәй ауылынан “Спартаковсы” һауыҡтырыу лагерына тиклем арауыҡ ремонтланды. 39 миллион һум аҡса бүленгән Дәүләтҡол-Сухаревка автомобиль юлындағы күперҙе ромонтлау дауам итә.

Транспорт күпләп хәрәкәт иткән юлдарҙа йәйәүлеләр хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында тиҙлекте кәметеү өсөн дүрт яһалма тигеҙһеҙлек һалынды, автомобилдәр өсөн ике парковка урыны йыһазландырылды, Колхоз урамында ҡала хакимиәте иҫәбенә 400 метр бордюр алмаштырылды.

2026 йылға район бюджетына юлдарҙы ремотлау һәм тәртиптә тотоуға 140 миллион һум аҡса һалынды.

Шулай ҙа һорау тыуа. Мәҫәлән, заманса технология юлдың проблемалы өлөшөнә ҡышҡыҡын да асфальт түшәү мөмкинлеге бирә. Әммә улар ҡыҫҡа ваҡыт арауығында нилектән яңынан барлыҡҡа килә? Эксперттар фекеренсә,  соҡор барлыҡҡа килеүе һауа температураһының тиҙ алмашыныуына бәйле. Шулай уҡ уларҙың “йәше” лә роль уйнай. Материал сифаты  һәм юл түшәү талабы, нормативы икенсерәк, шулай уҡ юл фондының иҫкереүе  эҙемтәһе улар. Тимәк, соҡор  булмаһын өсөн юл япмаһын масштаблы алмаштырыу талап ителә. Ә был тағы финанс сығымға бәйле.

Сираттағы миҙгелдә лә юлсылар традицион алым буйынса эшләйәсәк: яңылары төҙөләсәк, әммә әлегә иҫкеләре лә  элеккесә ремонтланасаҡ. Беҙгә барыбер соҡорҙарҙы урап үтергә тура киләсәк.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

1 апрелдән ремонт эштәре башлана
1 апрелдән ремонт эштәре башлана
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас