

Бөгөн ҡала спорт һарайында республиканың көньяҡ район-ҡалалары мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында «Сәләмәтлек-2026» спартакиадаһы үтте.
Спорт сараһына Стәрлетамаҡтан һәм Ишембай районы педагогтары килде.
Спартакиадала ҡатнашыусыларҙы мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов, район халыҡ мәғарифы хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ойошмаһы рәйесе Рафаэль Бирҙеғолов һәм ярыштың баш судьяһы, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Надежда Букотинасәләмләне.
Спортсылар үҙ көсөн волейбол, дартс, шахмат һәм йөҙөү кеүек ярыштарҙа һынаны.
Сара барышын тулыһынса гәзиттең 15-се һанында яҡтыртырбыҙ.
Автор фотолары.