Көнгәк
+25 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
28 Апрель , 12:00

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Катюша» патриотик акцияһына саҡыралар

1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығына арналған саралар сиктәрендә бөтә ил буйынса иҫтәлекле һәм патриотик акциялар үтә. Өфө ҡалаһының “В.И. Ленин йорто-музейы”, Өфө ҡалаһының Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы БР Йәмәғәт палатаһы булышлығында ошо ваҡиғаларға ҡушыла һәм “Катюша" патриотик акцияһын үткәрергә әҙерләнә. Акция программаһы «Катюша» һәм «Еңеү Көнө» йырҙарын башҡарыуҙы күҙ уңында тота. Шул уҡ ваҡытта “Катюша " башҡорт һәм рус телдәрендә яңғыраясаҡ.

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Катюша» патриотик акцияһына саҡыраларБашҡортостанда йәшәүселәрҙе «Катюша» патриотик акцияһына саҡыралар
Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Катюша» патриотик акцияһына саҡыралар

Сарала Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзалары, депутаттар, РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Өфө иҡтисади колледж, М.Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары,  А.Ш.Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназия уҡыусылары, ата-әсәләре һәм педагогтары, Ф.Х.Мостафина исемендәге 20-се Әфө ҡала башҡорт гимназияһы, БР юғары советы тарихы музейы, Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң милли-мәҙәни үҙәктәре вәкилдәре, шулай уҡ «Элегия» вокаль ансамбле, «Вариация» халыҡ вокаль ансамбле ижади коллективтары ҡатнашасаҡ.  Бынан тыш, ойоштороусылар яҡын-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәрҙе, власть органдары һәм йәмәғәтселек вәкилдәрен йәлеп итергә ниәтләй.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, акция батырлыҡтары менән донъяға батырлыҡ, фиҙакәрлек һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәткән еңеүселәр быуынына хөрмәт күрһәтеү маҡсатында уҙғарыла. Был ҡиммәттәр бөгөн дә әһәмиәтен һаҡлай. Акцияла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла 32-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, Ватанды һаҡлаусыларҙың хәрби даны, ҡаһарманлығы, батырлығы һәм сыҙамлығы символы булған Георгий таҫмаларын тапшырасаҡ. Акция сиктәрендә музей хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ ветерандар аша үҙ ҡулдары менән бәйләнгән йөҙ «Тормош беләҙеген» махсус хәрби операция биләмәһендәге хәрби хеҙмәткәрҙәргә тапшырырға ниәтләй. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназияһы уҡыусыһы Ралина Риянова махсус хәрби операция геройҙарына арналған йыр йырлай.

Сара 6 майҙа иртәнге сәғәт 12-лә В.И. Ленин исемендәге йорт-музейында башлана. 

 

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас