Көнгәк
+25 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
5 Мая , 03:57

130 көн:Еңеү өсөн көрәш

Күптән түгел социаль селтәрҙәрҙә "Мулла" позывнойлы яҡташым тураһында мәғлүмәт таралды. Ҡат-ҡат уҡыным уның тураһында. Рәфис хәҙрәт Сафин да уны күреп белеүе хаҡында әйткәс, ғорурлығымдың сиге булманы. 130 тәүлек дошман тылында ҡалып, рух көсөн юғалтмаған, үҙебеҙҙекеләргә уларҙың хәрби көсө тураһында мәғлүмәт тапшырған “Мулла” ҡушаматлы яугир тураһында мәҡәләбеҙ. Уға 53 йәш. Хәрби должность  старшина, биш бала атаһы. Өлкән улы хәрби уҡыу йортон тамамлаған. 2023 йылдың сентябренән ил бөтөнлөгө һағында, Донецк йүнәләшендә һуғыша.

“Мин күп балалы атай. Тыумышым менән тауҙарға бай Белорет районы Инйәр ҡасабаһынан. Тормошобоҙ башҡаларҙыҡынан бер нимәһе менән дә айырылманы – балалар бер-береһенә терәк булып, туғанлыҡ хисен тойоп үҫте. Үҙ йортобоҙҙа йәшәнек. Үҙем вахта ысулы менән Себер тарафына йөрөп эшләнем. Ғаилә менән тәбиғәткә сығырға, туғандарға барырға, дини байрамдарҙа  иман йортона йөрөргә яраттыҡ”.

Улы махсус хәрби операция биләмәһенә алынғас, ошо уҡ йылдың сентябрь айында  ул да үҙ теләге менән контракт төҙөй. Был ҡарарын  ул йәш егеттәрҙе яҡлар, уларҙың ғүмерен һаҡлау маҡсатында ла башҡара. “Минең балаларым, ғаиләм бар. Донъяның әсе-сөсөһөн татығанмын. Әле ғаилә лә ҡормаған егеттәрҙең йәшәргә  хоҡуғы бар, тигән уйҙы күҙ уңында тоттом”-ти “Мулла”.

МХО ға алынғас, 400-се артеллирия полкында Луганск йүнәлешендә һуғыша. Бөгөн Запорожьела 42-се гвардия дивизияһының 70-се полкында хеҙмәт итә. Бер нисә тапҡыр ҡаты яралана, бер аҙ дауаланғас, тағы иптәштәре янына  бара.

Сираттағы заданиела дошмандың һөжүм пунктын штурмлап, шунда нығынырға һәм күҙәтеү пункты булдырыу маҡсаты ҡуйыла. Әммә командир егеттәргә кире боролорға  приказ бирә. “Мулла” дошман тылында ҡала һәм ут нөктәләре, техника һәм хәрби көс тураһында  рация аша үҙебеҙҙекеләргә координата бирә. Был Рәсәй хәрби көстәренә тәғәйен ут нөктәләрен юҡҡа сығарыуҙа мөһим  роль уйнай. 130 көн дауамында яугир төрлө хәлгә осрай. Минометсылар 100-150 метр алыҫлыҡта урынлаша, дошман унан бер-ике аҙым ғына йыраҡлыҡта йөрөй, уларҙың нимә тураһында һөйләшкәнен тыңлап, тештәрен ҡыҫа. Тереләй бирелмәҫ өсөн ул кеҫәһендәге гранатаны шартлатырға әҙер була, ошондай мәлдәр бер тапҡыр ғына ҡабатланмай. Яугирҙең күңел кисерештәрен Хоҙай ғына белә. Төндәрен йоҡламай, доға уҡый, иртән генә бер-ике сәғәт серем итергә форсат сыға. Аҙыҡты һирәкләп үҙебеҙҙең дрондар ташлай. Бәләкәй Токмачки пунктын азат итеүҙә “Мулла” ның үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып батырлыҡ күрһәтеүе ҙур әһәмиәткә эйә.

5 айға яҡын дошман тылында булғандан һуң уға үҙебеҙҙекеләр яғына сығырға приказ була. “Мулла”  шешенгән аяҡтарының ауыртыуына ҡарамай, дрондарға ҡаршы япма бөркәнеп, үҙебеҙҙекеләр йүнәлешендә хәрәкәт итә. Юлда бер нисә тапҡыр уларҙың һөжүменә осрай.

Бөгөн 130 көн мәшһәрҙең уртаһында ҡайнаған яугир тағы үҙ полкына, егеттәр янына юлға сыҡты. “Мулла”ны ҡатыны, балалары, биш ейән-ейәнсәре ҙур түҙемһеҙлек менән тыуған Инйәрендә көтә. Беҙ ҙә ошонда илһөйәрҙәребеҙ менән хаҡлы ғоруранабыҙ.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Һүрәттә: “Мулла” бөгөн дә алғы сафта.

130 көн:Еңеү өсөн көрәш
130 көн:Еңеү өсөн көрәш
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас