Көнгәк
+25 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
8 Мая , 08:51

Хәтер һәм өмөт менән һуғарылған "Еңеү вальсы" үтте

“Еңеү вальсы”на һеҙ ҙә ҡушылдығыҙмы?

 “Дан” ял һәм мәҙәниәт паркында йылдағыса мәктәп уҡыусылары Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығына арналған ”Еңеү вальсы” республика акцияһында ҡатнашты. Ул ябай сара ғына түгел, маҡсаты-быуындар бәйләнешен дауам итеү, йәштәрҙе Рәсәйҙең героик үткәне менән таныштырыу.

Акцияның тарихына килгәндә, 2024 йылдан республика мәғариф һәм фән министрлығы башланғысы менән үткәрелә.

1945 йылдың 9 майында олатай-өләсәйҙәр тап ошо вальста өйөрөлгән. Был бейеү быйыл да илһөйәрлек тойғоһон, оло йәштәгеләргә ҡарата ихтирам һәм хөрмәт тойғоһон нығытты.

Район мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов йыйылыусыларҙы тантаналы байрам менән тәбрикләне һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәренә әҙерлектәре өсөн, хәрби конфликт, махсус хәрби операция яугирҙәренең ата-әсәһенә, уларҙың ғаилә ағзаларына рәхмәт белдерҙе.

“Һуғыш балалары” йәмәғәт ойошмаһы  рәйесе Ғәлиә Кәримованың сығышы ла  Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан фронтовиктар, тыл хеҙмәтсәндәре, уларҙың ҡаһарманлығы, хеҙмәт батырлығына арналды. Бөгөнгө сарала ҡатнашҡан “Һуғыш балалары” быуынына төшкән ауырлыҡ, һынауҙы лайыҡлы еңгәндәрҙең өлөшө һынап бөткөһөҙ.   

Балалар үҫмерҙәр ижад һарайы тәрбиәләнеүселәре әҙерләгән концерт номерҙары йыйылыусылар күңеленә хуш килде. “Еңеү вальсы” да өйөрөлгән мәктәп уҡыусылары, йәштәр, ветерандар акцияға ҡушылып Рәсәйҙең көсө берҙәмлектә, тарихҡа ихтирамда һәм хәтерҙең мәңгелек булыуын дәлиләне.    

Хәтер һәм өмөт менән һуғарылған "Еңеү вальсы" үтте
Хәтер һәм өмөт менән һуғарылған "Еңеү вальсы" үтте
Хәтер һәм өмөт менән һуғарылған "Еңеү вальсы" үтте
Хәтер һәм өмөт менән һуғарылған "Еңеү вальсы" үтте
Хәтер һәм өмөт менән һуғарылған "Еңеү вальсы" үтте
Хәтер һәм өмөт менән һуғарылған "Еңеү вальсы" үтте
Хәтер һәм өмөт менән һуғарылған "Еңеү вальсы" үтте
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас