

Беҙ бәләкәс кенәбеҙ әле. Һабағыбыҙҙың беренсе йылын тамамлайбыҙ тиҙҙән! Төпкөлдө ҡыялап ҡына үтә сыҡҡан ғына ерҙә, Йәнтәл тауы итәгендә, оҙон өҫтәл менән оҙон эскәмйә әтмәлләп, өҫтәл өҫтәнә буйынан буйына ҡыҙыл туҡыма түшәп ебәргәндәр. Был көндө Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығы ине! Ауылдың олоһо ла, йәше лә, бала-сағаһы ла ошо оло тантанаға, ветерандарҙы тәбрикләргә йыйылғанбыҙ.
Ветерандар тәүҙә клуб эргәһендәге Советтар Союзы геройы Тәфтизан Таһир улы Миңдеғоловҡа ҡуйылған һәйкәл янында йыйылыштылар,батырға баш эйеп,бер минут тын ғына баҫып торҙолар,герой ауылдаштарына хөрмәт күрһәтеп,сәскәләр һалдылар.
Унда кесе митинг үткәс,Йәнтәлгә йүнәлдек.Беҙ,балалар, байрамда концерт ҡуйҙыҡ:шиғырҙарҙы яттан һөйләнек,йырланыҡ,өйөрөлөп-сөйөрөлөп бейенек.Аҙаҡ ветерандарға һүҙ бирҙеләр,яугирҙәр үҙҙәренең һуғыштағы батырлыҡтары тураһында һөйләнеләр,яу яланында ятып ҡалған яуҙаштарын хәтерләп,күҙҙәренә йәш алдылар. Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп,тырышып уҡығыҙ,тыуған илдең аҡыллы,белемле уландары,ҡыҙҙары булып үҫегеҙ,тип , ялҡынлы телмәр тоттолар.Беҙ ветерандарҙы сирен сәскәләренә күмеп ташланыҡ.Улар йылмайышып беҙҙең яурындарҙан һөйәләр,сәстәребеҙҙән һыйпайҙар,ҡосаҡлап алалар!Орден-миҙалдары ҡояшҡа хәтәр ялтырай .Хатта күҙҙәребеҙ сағыла !Уларҙың сың-сың иткән тауыштары ҡолаҡтарыбыҙҙы рәхәт кенә итеп иркәләй ине!
Был көн үтә аяҙ һәм йылы көн булды!Һауала бейәләй хәтле лә болотто күрмәҫһең!Хоҙай үҙе ҡарт һалдаттарға рәхим -рәхмәтен белдерергә теләп ,бәрхәт үләнен төн сыҡҡансы Ер өҫтөнә йәйеп тә ҡуйған!Йәшәргән дә киткән донъяһы!Ҡайын,ерек,муйыл ботаҡтарына ҡунып,ҡоштары сутылдығы сығалар,тирә-йүнгә моңдарын түгәләр!
Бөгөн хатта еле лә йомшаҡ, наҙлы!
Тантана бөткәс,беҙ өйҙәребеҙгәгә йүгерешеп ҡайтып китәбеҙ,ветеран бабайҙар йәшел сиҙәмдә йәйрәшеп ултырып ҡалалар,ҡурай тарталар,йыр һуҙалар,әңгәмә ҡоралар.
...Ә кистәрен!...Кистәрен һәр бер йортта бәләкәй генә мәжлес үтә торғандыр,сөнки һәр өйҙөң кес кенә тәҙрәләрендә тоноҡ ҡына уттар яна , моңло йырҙар ,оҙон көйҙәр,мәрәкәләшкән ,көлөшкән,мөңгөр -мөңгөр һөйләшкәндәр ишетелә.
Беҙҙә лә мәжлес бөгөн.Иртән үк иҙәндәрҙе балауыҙҙай һап -һары итеп ҡырып йыуып ҡуйғанбыҙ!Етмәһә,иҫке Сибайҙан күстәнәстәр йөкмәп Фәтихә инәйебеҙ килеп төшә.
Әсәй күп итеп йыуаса бешерә,аш һала,шаҡмаҡлап һалма турай.Ошо мәшәҡәттәрҙең сәбәбе-әлеге лә баяғы-Еңеү байрамы!Тик беҙҙең өйҙә миҙал таҡҡан олатайҙар юҡ.Миҙал һаҡланған һандыҡтар ҙа түребеҙҙә ултырмай.Әсәйемдең дә,атайымдың да ағайҙары һуғыштан ҡайтмағандар,йәш кенә,егет кенә көйө яуҙа һәләк булғандар.Сирғәле менән Дамулла исемле булған улар.Дамулла Сирғәленән саҡҡа ғына өлкән,шулай ҙа бер колхозда эшләгәндәр, колхоз аттарын меңгегә өйрәткәндәр,башы нуҡта ,һырты эйәр күрмәгән тайҙарҙы менеп тауҙан-тауға елдергәндәр ,бергәләшеп ҡолас ташлап бесән сапҡандар, күбә тарттырғандар,болотҡа тейеп торған хуш еҫле кәбәндәр ҡойғандар,оҙон-оҙон эҫкерт һалғандар,киске уйынға сыҡҡандар,ҡыҙҙар һөйгәндәр!
Әсәй,атай,Фәтиха инәй һәм беҙ, бала-сағалар, оҙон урындыҡта ашъяулыҡ тирәләй теҙелешеп ултырғанбыҙ.Атай ҡурайына һыу бөркөп ала ла,түргә менеп ултырып,моңло итеп уйнап ебәрә.Әсәй менән инәй шып-шым ҡалғандар,ана шул моң ул икәүҙе алыҫта,бик алыҫта ҡалған ғүмеркәйҙәренә, баласаҡтарына,уҙған-уңған йәшлектәренә алып ҡайта.
-Бына ошо көйҙө уйнап киткән ағайым ауылды сығып киткәненсә,-атай ҡурайының бер осон һул яурынына һала ла ,хәбәрен башлай,-Дамулла ағайым Бәлхизә еңгәмде кәләш итеп әйттереп өлгөргән ,анан һуғышҡа ла киткән.Ағайымды оҙатып ҡайтып килә инек,еңгәм ҡулымдан етәкләп алды...
-Ағайың ҡайтмаһа,һиңә кәләш булам инде,ҡәйнеш,тигәйне еңгәм,мин ҡысҡырып иланым да ебәрҙем.Еңгәйем мине яҡын күреп,ҡосағына ҡыҫты,үҙе лә минең һымаҡ үкһеп иланы. Ҡосаҡлашҡан көйө оҙаҡ илашып торҙоҡ...
Бер йыл да торманы, еңгәмде атайҙары килеп алып ҡайтып киттеләр. Мин тағы илап тороп ҡалдым. Был юлы еңгәм киткәнгә иланым. Ағайымды ҡырыҡ икенсе йылдың ауғысында һуғышҡа алғайнылар,ҡырыҡ дүртенсе йыл батырҙарса һәләк булды тигән ҡара ҡағыҙын әсәйемә тоттороп киттеләр.Егерме генә йәш ине ағайыма...Әсәйем, апайҙарым ,мин, эй, илайбыҙ... Әсәйем шул илауҙан бөтөнләй һуҡырайҙы. Ә еңгәйемде икенсе берәүгә кейәүгә биргәндәр.
Әсәйем ағайымдың һуғыштан яҙған хаттарын минән ҡат-ҡат уҡыта, минең күңелдәрем тулып уҡый алмай торһам, әсәйем үҙе миңә яттан һөйләй... бахыыыр...ә сәйем...
Атай йәнә ҡурайының осон ирененә терәй. Үтә моңло бөгөн ҡурыйы ла...
- Апый, һин иҫләйһеңме икән бер йылы Ҡараһаҙҙа ,эй, балан шашып уңды бит!Тоҡ-тоҡ йыйып алды кеше.Беҙ ҙә йыйып,киптерергә элеп бөттөк,-быны әсәйем башлай.
- Иҫтә. Ништәп кенә онотолһон ул әсе баландар! Әсе балан әсе баласаҡ һымаҡ.. Әсәй бригадир, ағай һуғышта йөрөй ине... -Фәтихә инәй һүҙгә ҡушыла.
- Беҙҙең быҙауыбыҙ юғалып,эҙләмәгән ер, төшмәгән соҡор ҡалманы. Ҡараһаҙҙы арҡыры-буйға үтә сыҡтыҡ. Зым зыя юҡ быҙау!Бәҫтән тайып һаҙҙан сығып барһам, арҡаһына ҙур әрмәк тоҡ аҫҡан бер әбей балан ағасы аҫтында иҫһеҙ ҡолап ята. Мин ҡурҡыштан тор ҙа сап! Ҡобарам осоп ҡайтып индем.
Әсәйем, һин, мин теге әбейҙе шәлгә һалып, йөкмәп алып ҡайтып, урындыҡҡа һуҙып һалып ҡуйҙыҡ.
Балан тирергә килгән дә, хәле бөтөп ҡолаған Ғәйниямал инәй булып сыҡты. Сәй эсереп, мунса төшөрөп кеше итеп алдыҡ мыны. Шул йылды мин оҙоон итеп баландан мунсаҡ теҙеп алдым. Муйынға биш ҡат итеп уратып тағып йөрөйөм дә, йоҡлар алдынан сисеп сөйгә элеп ҡуям, - әсәй сәйнүккә самауырҙан һыу ағыҙып ала, кәсәләргә сәй яһай, үҙе хәбәрен һөйләй, - Шул мунсаҡҡа тип балан тишкән энәмде юғалтып, әсәйҙән әрләнгәйнем дә. Эҙләнем энәмде, юҡ тапманым.
Ғәйниямал инәй беҙҙә аҙна торҙо,әҙерәк хәл инде ,ашай,эсә.Күмәгебеҙ бер урындыҡ булып теҙелешеп ятып йоҡлайбыҙ.Минең бик алама ғәҙәтем бар бит,сәйҙе күп эсәм.Төн булдымы -теге сәй ҡыҫтай бит!Ике-өс тапҡыр ишек алдына сығып инәм.Уянған һайын Ғәйниямал инәй тороп ултырған була.Йоҡламағандыр ҙа ,бәлки.Ике күҙе тышта мының.Туп -түңәрәк кенә булып ай тулғайны. Ғәйниямал инәй гел генә бер үк һүҙҙе доға урынына һамаҡлай. Тыңлап ятам.
,,Эй,Хоҙайым,Зәйнуллам ғына ҡайтһын, сулаҡ булһын, сатан булһын, тик тере көйө ҡайтһын! Имсәк имгән сабыйы хаҡына ҡайтһын! ”Шулай тип теләй! Үҙенең ике күҙе- тулған айҙа! Әй, йәлләйем үҙен. Сарсаған инә ҡошҡа оҡшатам мыны. Йоҡлап китәм, аҙ ғына йоҡлайыммы -юҡмы, тағы сығып ингем килеп уянам.
Бер төндө сығып инәйем тип урындыҡтан төшөүем булды, бөтә донъя яп-яҡты булып нурланды бит! Ситән мунсаның балсығындағы бәләкәс кенә усымдың эҙенә тиклем тәҙрә аша ап-асыҡ итеп күрҙем!Ул ғына ла түгел,минең юғалтҡан энәм балан емешенә сәнселгән көйө иҙәндең егенә төшөп ятҡанына тиклем күрҙем!Өй эсе шундай яҡты,сихри бер нурға мансылды ла ҡуйҙы!Сөйҙә эленеп торған ҡыҙыл мунсаҡтарым,һеҙ ябынып ятҡан ҡорама юрғандарҙың,урҙала эленеп торған күлдәктәрҙең ыуаҡ ҡына сәскәләрен,әсәйемдең сисеп элгән камзулындағы көмбәҙҙәренең биҙәгенә тиклем асыҡтан асыҡ күрҙем!Валлаһи!Ә тыштағы ағастарҙың кипкән япраҡтары сың-сың тауыштар сығарып,ергә һибелеп киттеләр.Һауанан көмөш йондоҙҙар һибелделәрме ни!Ғәйниямал инәйемдең ирендәре был мәлде Зәйнуллам ҡайтһын имсәк имгән баллар хаҡына,тип шыбырҙай ине!Ишеттем!Ә күҙҙәре -тулған айҙа!...Ике сикәһе эскә батып киткәндәр Ғәйниямал инәйҙең...Ә сал сәстәренә көмөш нур түгелеп киттеме ни!
Шул саҡ ,их,инәйемдең доғаһы ҡабул булһын, Зәйнулла ағайым ҡайтып төшһөн, тип мин дә эстән генә теләнем бит! Ныҡ теләнем! Нур нисек балҡыны, шулай һүнде, юҡ булды! Донъя кире элекке хәленә ҡайтты, күктә тулған ай, бер ней вәғәҙә итмәгән яп-ямаҡай көҙгө һалҡын төн, ағас ботаҡтарындағы япраҡтар әсе елгә шыптыр-шыптыр ергә ҡойолалар.
Иртәнсәк күҙҙе асыу менән иҙән егенә төшкән энәне сығарып алдым...
Автор - С. Тамимдар
(Дауамы бар.)