

Ғәйниямал инәйҙе ауылға алып ҡайтып киттеләр. Күп тә тормай, Зәйнулла еҙнәй ҡулын өҙҙөрөп, һуғыштан ҡайтып төштө.
- Апый! Күк ҡабағы асылғанын күргәнмен бит мин! Тик ниңәлер Сирғәле ағайым менән Мисбах ағайҙарым иҫән-имен генә ҡайтһын, тип теләп өлгөрмәнем.. Мисбах ағайҙың бәләкәс Раузаһы ла имсәк кенә ҡалғайны ла баһа! Ғүмерем буйы шуға үкендем! Ныҡ үкендем! Хатта был турала әсәйемә лә, һиңә лә һөйләмәнем.
Әсәйемдең ҡустыһы Мисбах ағай ҙа, Сирғәле ағайыбыҙ ҙа, Дамулла ҡайнаға ла беҙ күрмәгән, беҙ ишетмәгән алыҫ, бик алыҫ ерҙәрҙә, ят һырттар артында, сит тупраҡта ятып ҡалдылар. Үҙ илебеҙҙә булһа бер хәл. Береһе Домслау, береһе Чехословакияла. Ҡуй инде! Хас та йырҙарҙа йырланғанса... Ана шул ағайҙар хәтергә төшһәләр йөрәкте үткер бысаҡ менән урталайға телеп ебәрәләрме ни! Семмм! итеп ҡала йөрәк!
Мисбах ағай һәләк булған йылды Әлмөхәммәттән Мәрзиә еңгәй бәләкәс ҡыҙы Раузаны Ҡараһаҙға алып килеп ташлап киткән булды!
Дөм ҡараңғы төндә сысҡан да юрғаламаған юлдан көрткә бата -сума килеп ҡолағайнылар беҙгә!
- Үлһен дә ҡуйһын,тип ташлап китәм дә, кире барып көрт аҫтынан эҙләп алам, табып алғанымса үҙемдең йәнем сыға яҙа, - тип һөйләгәне иҫтә ҡалған еңгәйҙең.. .Шул Рауза мәктәпкә төшкәнсе беҙҙә йәшәне. Мәрзиә еңгә кейәүгә сыҡҡас, Раузаһын килеп алып ҡайтып китте. Ул ҡыҙҙы һағыныуыбҙ! Инәйем мыш-мыш танауын тарта. Илаҡас ҡына ул.
Әсәй менән инәй шулай һөйләштеләр, күңелдәрен бушаттылар. Аҡыллыға - ишара! Беҙ шым ғына тыңлайбыҙ. Күңелебеҙгә һеңдереп ултырабыҙ.
Был кисте беҙҙең өйөбөҙ - түп-түңәрәк кенә донъябыҙ атайымдың ҡурайынан һығылып-һыҙылып сыҡҡан моңға сорналды. Ул ҡурайҙан зар ҙа, әсәй-оләсәйҙәрҙең, Бәлхизәләрҙең күҙ йәштәре лә,һөйөнөстәре лә, көйөнөстәре лә, ҡарғыштары ла, һағыштары ла, ҡара ҡайғылары, ап-аҡ өмөттәре, йәндәренең йылыһы ла, шар асыҡ йөрәктәренең наҙы ла бер бөтөн, илаһи моң булып ағылды! Был моң ул көпшәгә нисек кенә һыйҙы икән ?
Ана шул йылдарҙан һуң теүәл илле йыл үтеп китте. Мең-мең кистәр араһынан ана шул кис мәңге онотолмаҫ кис булып ҡалды! Атай, әсәй, Фәтиха инәй... Түп-түңәрәк табын, түп- түңәрәк донъябыҙ! Ҡурай моңо һәм шул саҡтағы кисергән хистәрем!
Һирәк - һаяҡта мөйөштә ултырған һандыҡты асҡылап, һарғая төшкән гәзиттәрҙең, альбомдарҙың ситтәренә яҙып ҡалдырған бәйет, хаттарҙы уҡыйым. Саптарҙарын эйәрләген Мисбах, Сирғәле, Дамуллаларҙың һайт-һойттарын, саптарҙарының кешнәүҙәрен ишеткәндәймен.
Фотоһүрәттәрҙән Ил йөгөн иңдәренә күтәргән эшлекле бисәләр - беҙҙең оләсәйҙәр, инәйҙәр, көләс ғүмеркәйҙәрен һуғыш көйҙөргән балалар - әсәйҙәр-атайҙар, Рауза апайҙар, ауылдаштар миңә ҡарайҙар. Шундай ҡәҙерле, танһыҡ миңә уларҙың йөҙө!
Ә мин аҙапты теге меңдәрҙән бер кистә атайым уйнаған көйҙө иҫемә төшөргөм килә. Уның ҡурайынан һығылып-һарҡып сыҡҡан, йөрәктәрҙе сем иттереп телеп алған Дамулланың көйө ниндәй ине һуң?...
С. Тамимдар.