Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
11 Май , 09:15

Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе (Рафаэль САФИН)

Ошо шиғырҙы күҙ йәшһеҙ тыңлау мөмкин дә түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тарих ҡабатлана... 

Рафаэль САФИН
Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе

 

Күргәнем бар минең
тол ҡатындар бейегәнен
45-тә - Еңеү көнөндә.
(О, ул бейеү! Ул дауыллы бейеү
күҙ алдымда минең бөгөн дә).

 

Сәсрәп тора улар бейегәндә,
күктә түгел, залда ут-йәшен.
Бейей улар, берсә көлә-көлә,
һыға-һыға берсә күҙ йәшен.

 

Ел-ямғырҙа талдар бөгөлә-һығыла
сайҡалыша йылға ярында.
Талдар кеүек бөгөлә-һығыла бейей
тол ҡатындар байрам залында.

 

Күңелдәре ярты-йорто бәхет,
етем яҙмыш өсөн тулышҡан;
бейей улар арып йығылғансы,
ләғнәт уҡып ҡанлы һуғышҡа.

 

Күргәнем бар минең
аяҡһыҙҙар бейегәнен
45-тә - Еңеү көнөндә.
(О, ул бейеү! Ул ажарлы бейеү
күҙ алдымдан китмәй бөгөн дә).

 

Матур баҫа белмәй улар, ләкин,
күр, уларҙа күпме ут яна!
Йөҙҙәрендә - шатлыҡ, күҙҙәрендә
әле булһа нәфрәт һаҡлана.

 

Ышанмайым: өҙөлөп ҡалған аяҡ
онотолалыр яйлап, тигәнгә.
Йөрәк тетрәй, туҡ-туҡ
һуғылғанда ағас аяҡ ағас иҙәнгә.

 

Туҡ-туҡ, гүйә, улар иҫкәртәләр
фажиғәһен үткән һуғыштың.
Туҡ-туҡ, гүйә, шулай раҫлай
улар еңә барыу көсөн тормоштоң.

 

Күргәнем бар...
Сығып киткәнем бар
ауыр һулап байрам залынан.
Ах, күрмәһәм ине шул бейеүҙе,
ах, күрмәһәм ине яңынан!

Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе (Рафаэль САФИН)
Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе (Рафаэль САФИН)
Автор:
Читайте нас