

Ике дәүер - бер батырлыҡ
15-16 майҙа Стәрлебаш ауылында интернационалист-яугир Наил Рауил улы Рәжәпов һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған геройҙар иҫтәлегенә "Ике дәүер - бер батырлыҡ" исемле көрәш буйынса асыҡ республика турниры үтте. Унда республика, шулай уҡ Татарстан һәм Төмән өлкәһенең 250 иң көслө көрәшсеһе ҡатнашты. Ергән балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе уҡытыусы- тренерҙары Айнур Хисеметдинов һәм Илмир Юлмөхәмәтовтың тәрбиәләнеүселәре яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Яҡташыбыҙ Вилдан Тимерғәлин абсолют чемпион исеменә лайыҡ булды һәм төп бүләк һарыҡ менән бүләкләнде.