Көнгәк
+16 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
22 Мая , 11:37

Рәсәй Федерацияһы депутаты Зариф Байғусҡаров Мәләүездә булды

          

Рәсәй Федерацияһы депутаты Зариф Байғусҡаров Мәләүездә булдыРәсәй Федерацияһы депутаты Зариф Байғусҡаров Мәләүездә булды
Рәсәй Федерацияһы депутаты Зариф Байғусҡаров Мәләүездә булды

 Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров бөгөн эш сәфәре менән Мәләүез районында булды. Район хакимиәтендә “Берҙәм Рәсәй” партияһы секретарҙары, ауыл хакимиәте башлыҡтары, махсус хәрби операция яугирҙәренең ғаилә ағзалары, ирекмәндәр һәм күп балалы ғаилә ҡатнашты.

Зариф Закир улы йыйылыусыларҙы тәбрикләп, республикала алып барылған эштәр тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт менән таныштырҙы. Ил именлеге сигенә баҫҡан егеттәрҙгә ярҙам ҡулы һуҙғандарға ихлас рәхмәтен белдерҙе. Яҡындарын юғалтҡан атай-әсәйҙәргә, уларҙың ҡатындарына “Ватанды һаҡлаусы тәрбиәләгән өсөн” миҙалдары, иҫтәлекле бүләк, Рәхмәт хаты тапшырҙы.

Артабан районда башҡарылған эштәргә байҡау яһаны, балалар хәүефһеҙлеген арттырыу йүнәлешендә мәктәптәрҙә эшләп килгән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге кабинеттарының көнүҙәклеген билдәләне.

Был көндө Зариф Закир улы “Көнгәк”, “Путь Октября” гәзиттәре уҡыусыларына подписка бүләк итте.

Райондың “Ирҙәр ҡоро” ойошмаһы етәкселеге һәм ағзалары менән осрашты. Уның барышында балаларҙа хеҙмәткә һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға ҡарата хөрмәт тәрбиәләү тураһында әңгәмә ойошторолдо. Зыяратттарҙы тәртиптә тотоу, экология мәсьәләләрен йыл дауамында күҙ уңында тотоу мөһимлеге тикшерелде.

“Реаль эштәр” партия проекты  сиктәрендә капиталь ремонтланған “Йәшлек”  үҙәгендә булды. Ундағы эш барышы менән танышты һәм уңыштар теләне.

“Эколайн” предприятиеһында “Коммуналь инфраструктураны моденизациялау” федераль проектҡа ярашлы реконструкцияланасаҡ 4-се ҡаҙанлыҡта эш барышы менән танышты.

Төштән һуң Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Гагарин паркында скейт майҙансыҡты, ҡала пляжын ҡараны. Планлаштырылған эштәрҙе иғтибар үҙәгендә тотасағы тураһында белдерҙе. Көндөң икенсе яртыһы ла сараларға бай булды.  Район хакимиәтендә граждандарҙы шәхси һорауҙар буйынса  ҡабул итте, ҡануниәттәге һуңғы яңылыҡтар тураһында һөйләне, осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе һәм мәсьәләләрҙе артабан ҡарау өсөн контролгә алды.

Рәсәй Федерацияһы депутаты Зариф Байғусҡаров Мәләүездә булды
Рәсәй Федерацияһы депутаты Зариф Байғусҡаров Мәләүездә булды
Рәсәй Федерацияһы депутаты Зариф Байғусҡаров Мәләүездә булды
Рәсәй Федерацияһы депутаты Зариф Байғусҡаров Мәләүездә булды
Рәсәй Федерацияһы депутаты Зариф Байғусҡаров Мәләүездә булды
Рәсәй Федерацияһы депутаты Зариф Байғусҡаров Мәләүездә булды
Рәсәй Федерацияһы депутаты Зариф Байғусҡаров Мәләүездә булды
Рәсәй Федерацияһы депутаты Зариф Байғусҡаров Мәләүездә булды
Рәсәй Федерацияһы депутаты Зариф Байғусҡаров Мәләүездә булды
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас