Еңеүгә - 81 йыл
26 Май , 03:05

Хәрәкәттә бәрәкәт бар

«Беҙҙең ауылда ГТО нормаларын тапшырған 80 йәшлек инәй бар» тигән хәбәр алғас, инәйҙең үҙен күреп һөйләшеү теләге тыуҙы.

Хәрәкәттә бәрәкәт барХәрәкәттә бәрәкәт бар
Хәрәкәттә бәрәкәт бар

Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, үҙ эсенә йомолоп ултырмай, кеше менән ихлас аралашып йәшәгән, әүҙем тормош алып барған өлкәндәрҙе күрһәң, «хәрәкәттә бәрәкәт бар» тигән һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк барлыҡҡа тағы бер ҡат инанаһың.

Аптраҡ ауылынан: «Беҙҙең ауылда ГТО нормаларын тапшырған 80 йәшлек инәй бар» тигән хәбәр алғас, инәйҙең үҙен күреп һөйләшеү теләге тыуҙы.

- Атайым Әхмәт Саҙретдин улы Муллағолдан, әсәйем Латифа Ғөбәй ҡыҙы Хәсән ауылыныҡы ине. Мин 1945 йылдың 10 июнендә Томск өлкәһендә донъяға килгәнмен. Муллағолға күсеп ҡайтҡас, ата-әсәйем шунда өй һалып, донъя көттө. Беҙ башта ауыл мәктәбендә, һуңынан Аптраҡта уҡыныҡ.

1966 йылда ошонда килен булып төштөм. Быҙау ҡараным, сөгөлдөр утаным да, хаҡлы ялға киткәнсе фермала һыйыр һауҙым. Ирем Фәрғәт менән өс улға ғүмер бирҙек. 1967 йылда Тәлғәт, 1971 йылда Илгиз, 1975 йылда Илһам тыуҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс балам да баҡыйлыҡҡа күсте. Бөгөн яңғыҙым ғына йәшәп ятам, - тип һөйләне Наилә инәй.

Бер үҙе йәшәһә лә, алда яҙыуыбыҙса, үҙенә йомолоп ултырмай ул, ауылдаштары менән аралаша, төрлө сараларҙа ҡатнаша...

Мәҡәләне тулы күләмдә гәзиттең 21-се һанында уҡығыҙ.

Автор фотоһы. 

Автор:
Читайте нас