Яңауыл ауылында йәшәгән Альмира Әбдрәшитова янына уның 85 йәшен билдәләргә йыйынған мәлендә төштө юлыбыҙ. Йәштәрсә еңел хәрәкәтле ағинәйҙең бөгөн дә күҙлекһеҙ “Көнгәк” гәзитен уҡыуын күреп, һоҡланыуымды йәшерә алманым.
Альмира Хоҙайбирҙе ҡыҙы сығышы менән райондың күлдәргә бай Айтуған ауылынан. Ете балалы ғаиләлә тыуып-үҫкән ул. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, аталары фронтҡа алына. Был йылдар, бәләкәй булыуына ҡарамай, мәҡәлә геройының хәтерендә ҡурҡыныс төш һымаҡ уйылып ҡалған.
Һуғыш осоро балалары бер төптән егелеп хужалыҡты бергәләп аяҡҡа баҫтырыуға күп көс һалдыҡ. 18 йәшем тулыр-тулмаҫ кейәүгә сыҡтым. Риф менән матур йәшәнек. Аҡыллы, эшһөйәр кеше булды. Уның һымаҡтар тураһында “алтын ҡуллы” тиҙәр. Һөнәре буйынса ташсы ине. Ауылда ғына түгел, райондың күп ауылдарында төҙөлгән кирбес йорт, мәктәп, магазиндарҙа уның ҡул йылыһы һалынған. 54 йылға яҡын бергә йәшәп, балаларҙы аяҡҡа баҫтырғас, вафат булды. Алты балаға ғүмер бирҙек, шуларҙың дүртеһе бөгөн матур итеп донъя көтә, балалар тәрбиәләй. Зариф улым менән Фәнүзә киленем, Рабиға ҡыҙым Василий кейәү, Әлфинә ҡыҙым һәм Марат кейәүем, Әҡлимә ҡыҙымдың хәстәрен тойоп, риза булып йәшәйем,- ти Альмира инәй.
Бөгөн дә күрше-тирә яғы, ауылдаштары менән матур итеп йәшәй ағинәй. Дини сараларҙа ҡатнаша. Донъяла тыныслыҡ урынлашыуын, таңдарҙың имен булыуын теләп, доғалар уҡый. Беҙ ҙә ағинәйҙең изге уйҙарының тиҙерәк тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре уның бәлештәрен, ҡоймаҡтарын тәмләп, яҡындарынан йәшәүгә көс, яҡшы кәйеф ала.