Бельский ауылында йәшәгән 99 йәшлек Хәйбулла Йәрмөхәмәтов - район-ҡалалағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының береһе. Юл төшкәндә инеп, хәлен белешеп торабыҙ. Һаулығы ҡарттарса, әммә рухы егеттәрсә.
Ул 1927 йылда Томансы ауылында тыуған. Аталары аслыҡ йылында вафат булғас, сабыйҙар менән ҡалған әсәһе балаларын аяҡҡа баҫтырыр өсөн бөтә көсөн һала. Бер нисә класс белемле егет артабан уҡыуын дауам итә алмай, күмәк хужалыҡта эш башлай. Илебеҙгә фашист илбаҫарҙары һуғыш асҡас, фронтҡа киткән ир-егеттәр урынына ҡала уның тиҫтерҙәре. 1944 йылдың октябрендә 17 йәшлек үҫмер Йомағужа хәрби комиссариаты аша әрме сафына саҡырыла, ҡыҫҡа ваҡыт арауығында хәрби тактикаға өйрәтәләр һәм 1945 йылдың апрель аҙағында көнбайыш йүнәлешенә ебәрәләр. 9 майға етәрәк, уларҙың эшелоны Тула ҡалаһының тимер юл станцияһында туҡтай. Бында улар Берлинды Ҡыҙыл Армия алғанын ишетә. Халыҡтың муйыл тәлгәштәре, мәк сәскәләре менән һалдаттарҙы ҡаршы алыуын, ҡотлауын, перронда күмәкләшеп бейеүҙәрҙе ул әле лә асыҡ хәтерләй.
Уларҙы Алыҫ Көнсығыш йүнәлешенә алып барыуҙары билдәле була. Яугирҙәр Приморье крайының Япония баҫып алған Корея һәм Ҡытай сигенә килеп етә. Бында Томаган йылғаһы буйында нығыналар. Уның артабанғы хәрби юлы Алыҫ Көнсығыш фронты, 82-се миномет батальоны менән бәйле.
Йәш һалдат дошман армияһының оборонаһын өҙөүҙә һәм Муданьцзян ҡалаһы янындағы нығытылған районды штурмлауҙа ҡатнаша, ҙур батырлыҡ күрһәтә. Дошмандың бетон нығытмаларын алыу еңел булмай, шундай ҡаты алыштарҙың береһендә яҡташы, дуҫы, Муллағол ауылынан Ғизетдин Сәйфетдиновты юғалта. Уны үҙ ҡулдары менән Ҡытайҙа ерләй. Имен-һау тыуған яғына ҡайтҡас, хәрби дуҫының ғаиләһенә ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. “Ауыр булды, - тип иҫләй ветеран. - Дошмандың ут нөктәләре бетон конструкциялар менән нығытылыуы хәрәкәтте ҡатмарлаштырҙы. Әммә беҙҙең менән һуғышты үткән яугир һалдаттарҙың хәрби тактиканы яҡшы белеүе был алышта еңергә булышлыҡ итте”.
Мәҡәләбеҙ геройының күрһәткән ҡаһарманлығы бик күп орден-миҙалға лайыҡ, ил етәксеһе Сталиндан Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. Тыуған яғына ете йылдан һуң ғына ҡайта.
Һуғыштан һуң сохозды емереклектән күтәреүгә ҙур өлөш индерә, сиҙәм ерҙәрен күтәреүҙә ҡатнаша. 16 йәштән бергә эшләгән Миңниса исемле ҡыҙ менән ғаилә ҡороп, ете бала үҫтерәләр. Һөйөклөһөнөң уны ете йылдан артыҡ хаттар яҙып биргән вәғәҙәһенә тоғро ҡалыуын да йылы һүҙҙәр менән бәйән итте ул. Бөгөн дә балалар хәстәрендә, тәрбиәһендә һуғыш ветераны, шанлы йылдар хәтирәһе менән ихлас уртаҡлаша. Сирләп китһә, үҙ-үҙенә командир тауышы менән: ”Бирешмә, иптәш Хәйбулла Ғәйфулла улы!” тип бойора. Уның хәтер асыҡлығы, ваҡиғаларҙы теүәл даталар менән иҫләүенә һоҡланыу уята. Хәйбулла Ғәйфулла улы яҡташтарына, район һәм ауыл хакимиәте башлығына хөрмәт һәм ихтибары өсөн рәхмәт белдерә.