Еңеүгә - 81 йыл
29 Мая , 08:00

Улар быуыны киләсәк өсөн тир түкте

 Аҡназар ауылының тәбиғәтенә һоҡланмау мөмкин түгел: урман, болонлоҡтар, Ағиҙел йылғаһы күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Хозур урынды төйәк иткән халҡы ла маҡтауға, ихтирамға лайыҡ. Шундайҙарҙың береһе Исхаҡ Ильясов - һуғыш осоро балаһы статусына эйә хеҙмәт ветераны. Ул  91 йәшен тултырған аҡһаҡал. Ғүмеренең күпселек өлөшөн тыуған ерендә үткәргән, тоғролоҡ һаҡлаған, бөгөн  тере тарих булған шәхестәрҙең береһе.

Исхаҡ Шәмсетдин улы сығышы менән Мотай ауылынан, ата-әсәһе Аҡназарҙа һуғыштан һуң  төпләнгән.Тиҫтерҙәренеке һымаҡ, бала сағы ауыр һуғыш һәм унан һуңғы йылдарға тура килә. Уларҙың ғаиләһе ҙур булмай, үкенескә ҡаршы,  туғандары баҡыйлыҡҡа күскән, Ильясовтарҙың нәҫелен бөгөн оло йәштәге Исхаҡ бабай лайыҡлы дауам итә. Ун йәшенән ололар менән хужалыҡ эштәренә йәлеп ителә. “Беҙ түләүгә түгел, бер телем икмәккә эшләй инек, - тип хәтерләй ветеран. - Шулай итмәһәк, илебеҙҙе аяҡҡа баҫтырыу мөмкин булмаясағын аңлай инек”.

Башланғыс класс тамамлағас, ауылда ҡала. Ул йылдарҙа ҡайҙалыр сығып китеү тураһында уйлағаныбыҙ ҙа булманы, тип йылмая мәҡәләбеҙ геройы. Армия йәшенә еткәс, хәрби хеҙмәткә алына,  ябай курсанттан взвод командирына  тиклем үрләтәләр.

Кеше менән уртаҡ тел тиҙ тапҡан, эшен еренә еткереп башҡарған егеттең  тырышлығын һәм яуаплылығын тиҙ күрәләр: уға өр-яңы  трактор7ы ышанып тапшыралар. Теләһә ниндәй һауа торошонда - эҫелә лә, ямғырҙа ла, таңдан алып ҡараңғыға тиклем күмәк хужалыҡ эшендә ҡатнаша. Тәжрибәле механизатор17 йыл дауамында Мотай, Аҡназар ауылдары баҫыуында эшләй. Ауыл хужалығы тармғын үҫтереү өсөн кадрҙар талап ителгән йылдарҙа Исхаҡ Ильясовты Аксен ауыл хужалығы техникумына уҡырға ебәрәләр. Уны уңышлы тамамлап, ауылына дипломлы белгес булып ҡайта. Ленин исемендәге колхозда оҙаҡ йылдар баш агроном булып эшләй. 1957 йылда Әсмә Рәшит ҡыҙы менән ғаилә ҡоралар, дүрт балаға ғүмер бүләк итәләр. Әсмә апай хаҡлы ялға сыҡҡансы һауынсы була. Үкенескә ҡаршы, ике балаһын ҡара гүргә һалыу, алһыҙ-ялһыҙ эшләү, ауыр хеҙмәт уны ваҡытынан алда яҡындары араһынан алып китә. Исхаҡ бабай 64 йәшкә тиклем эшләп, яҡташтарына, тармаҡты үҫтереүгә ҙур көс, тырышлыҡ һалған хеҙмәткәр булып хаҡлы ялға сыға. Пенсияға сыҡҡас, байтаҡ йылдар келәт мөдире булып эшләй.

Бөгөн аҡһаҡал ауылда, Нәфисә, Әнисә ҡыҙҙары тәрбиәһендә.  Үҙ ҡулдары менән тергеҙгән, һынылышлы осорҙа күптәргә терәк булған, иңен ҡуйған Аҡназар ауылынан ҡайҙалыр күсеп китеүҙе күҙ алдына килтерә алмай ул.

Уның йортонда тарих туҡтап ҡалған һымаҡ: хәҙер нисәнсегә ҡаралған фотоальбомдағы һарғайған  фотоһүрәттәрҙә күптән мәңгелеккә күскән хеҙмәттәштәре, дуҫтары, таныштары йылмая, ҡумтала – наградалары һаҡлана. Ошо ергә маңлай тире һеңгән тоғро йөрәге генә кенә элеккеләрҙе юҡһынып һыҙлап ала. Көнө яңғыҙ үтмәй уның, ихлас аралашырға яратҡан ауылдаштары ваҡыт табып хәл белешә, ауыл тарихы тураһында мәғлүмәттәр менән ҡыҙыҡһына. Аҡһаҡалдың  тормошо - сыҙамлылыҡ, тырышлыҡ һәм тыуған еренә тоғролоҡ өлгөһө. Бына шундай шәхестәре менән көслө ауыл.

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас