Яңы проекттар, яңы мөмкинлектәр:
Радий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһы Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форумда әүҙем ҡатнаша. Программала эшлекле осрашыуҙар, панель сессиялар, илдең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре буйынса дискуссиялар ойошторола. Башҡортостан башлығы “Союздаш дәүләт: Беренсе булырға ваҡыт” сессияһында сығыш яһаны. Радий Хәбиров Рәсәй менән Беларусь араһындағы хеҙмәттәшлектә Башҡортостан роле тураһында һөйләне. Белоруссия Башҡортостан өсөн төп партнер. Ике яҡта ла иҡтисадтың төрлө секторҙарында эшлекле бәйләнештәр булдырылған.
Башҡортостан “Полиметалл” йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөнө. Һалым йөкләмәләре һәм ер мөнәсәбәттәре өлкәһен көйләүсе документ Хәйбулла районы һәм Сибайҙағы карьерҙарға яңы һулыш бирәсәк, тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан эсемлектәр етештереүсе компания менән дә хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөнө. Документҡа Радий Хәбиров менән “Напитки вместе” компанияһы етәксеһе Николай Тюрников ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, социаль йөкләмәләр өлкәһендә берҙәм проекттар тормошҡа ашырыла.
#ПМЭФ2026 #Башҡортостан