Бөйөк Еңеү көнө алдынан бала сағы һуғыш осорона тура килгән Ғәйниямал Мөҙәрисова менән һөйләшергә насип булды.
-Миңә 84 йәш. 35 йәшкә тиклем үтәлмәгән бурыс менән йәшәнем. 1942 йылда донъяға килгәнмен. Бәләкәй сағымда әсәйемдән атайым тураһында һорашһам “Һуғышта һәләк булды” тип яуап бирер ине. Атайымдан “Ҡаты бәрелеш көтөлә, иртәнсәк һуғышҡа инәбеҙ. Баланы матур итеп үҫтер” тигән бер генә хат килеп өлгөргән. Минең тыуғаным тураһында белмәй батырҙарса һәләк булған.
Һуғыш тамамланып, тиҫтерҙәремдең ҡәҙерле кешеләре ҡайта башлағас, әсәйемде ошо һорауҙар менән йөҙәттем: “Ул ниндәй ине?”, “Тере булып ҡайтһа, беҙ бәхетле булыр инекме?”. Көн оҙоно ферманан ҡайтмай арыған һәм йонсоған әсәйемә генә яуап биреүе ауыр ине. Һуғыштан һуң да тормош еңел булманы бит. Ҡышҡыһын яғырға утын, кейергә кейем булманы, ашау тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Мәктәпте тамамлағас һауынсы булып урынлаштым. Биш йылдан ашыу фермаға бергә барып, бергә ҡайттыҡ. Бер нисә йылдан колхоз йүнәлтмәһе буйынса район үҙәгендә бухгалтер һөнәре алып, шунда эшләй башланым. Әсәйем оҙаҡ йәшәмәне, йәшләй вафат булды. Ҡайғыға бирешмәй, үҙ яртымды осратып, кейәүгә сыҡтым. Нимә эшләһәм дә үҙемә бер һорау бирҙем ”Атайым был эшемде хуплар инеме? Ниндәй баһа бирер ине?”. Бер ҙә күрмәгән кешем менән уйҙа ғына кәңәшләшеп, рухи ярҙам һорап йәшәнем.
Ҡәҙерлем тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте архив аша эҙләп, запрос ебәрҙем. 35 йәшемде тултырған көндә ғинуар уртаһында почтальон хәрби комиссариаттан хат алып килде. Унда атайымдың Украинаның бер бәләкәй ауылын азат иткәндә ҡаһармандарса һәләк булыуы, туғандар ҡәберлегендә ерләнеүе, мәктәп уҡыусылары уны йыйыштырып, тәртиптә тотоуы тураһында яҙылған ине.
Йәйгеһен ике улыбыҙҙы алып ғаилә менән шул тарафҡа юлға сыҡтыҡ. Ташҡа уйылып яҙылған меңәрләгән исемлек араһында атайымдың исем-шәрифен эҙләнек. Быға тиклем башҡарылып бөтмәгән күңелемдәге бушлыҡ сәбәбен ошонда таптым. Ҡәҙерле кешемде тере килеш күрмәһәм дә, ҡан хәтере, уның ҡаһарманлығы тураһында архивта теркәлгән ҡыҫҡа ғына мәғлүмәт миңә атайым менән бына ошолай осрашыу мөмкинлеге бирҙе.
Әле ике улым да ғаиләле. Беренсеһе - Афған, икенсеһе Чечен һуғышы ветераны. Мөмкин булғанда элегерәк Еңеү көнөндә атайымдың ҡәберенә барып, сәскә лә һалдыҡ.
Хәҙер олоғайҙым инде, мин дә оҙон юлға сыға аламайым, әлеге ваҡытта был тарафта барған алыш атайымдың ҡәберлегенә зыян килтермәһен, мәңгелек йоҡоһон боҙмаһын инде, тип теләйем. Донъя тыныс түгел, бөгөн бер ейәнем махсус хәрби операция биләмәһендә олатаһы үткән урында ил именлеге өсөн көрәшә.
Донъяла тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, уландарыбыҙҙың имен-һау Еңеү менән ҡайтыу бәхетен күрергә насип итһен, - тип тамамланы һүҙен яңы танышым.
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.