Көнгәк
+16 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
17 Июня , 12:15

Мәләүез ирекмәненә - 100 йәш!

Бөгөн ирекмән яҡташыбыҙ Полина Чельник үҙенең бер быуатлыҡ олпат юбилейын - 100 йәшен ҡаршы алды.

Мәләүез ирекмәненә - 100 йәш!Мәләүез ирекмәненә - 100 йәш!
Мәләүез ирекмәненә - 100 йәш!

Бөгөн ирекмән яҡташыбыҙ Полина Чельник үҙенең бер быуатлыҡ олпат юбилейын - 100 йәшен ҡаршы алды.

Уны күркәм ғүмер байрамы менән беренселәрҙән булып район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин тәбрикләне. Юбилярҙы ҡотларға «Йөрәк ҡушыуы буйынса» ирекмәндәр ойошмаһы ағзалары ла килде. Сараны Мәләүез мәҙәниәт һарайы үҙешмәкәр артистары сығышы йәмләне. 

Өлкән йәштә булыуға ҡарамаҫтан, Полина Афанасьевна бөгөн дә ил именлеге һағындағыларҙы хәстәрләүҙән туҡтамай.

Ул мәләүездәргә генә түгел, яуҙағыларға ла яҡшы таныш. Уның ҡулдары менән бәйләнгән йылы ойоҡбаштар махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән гуманитар ярҙам тупланмаһы менән һалдаттарға оҙатыла.

Хатта 100 йыллыҡ юбилейы көнөндә лә, ул «Йөрәк ҡушыуы буйынса» ирекмәнлек хәрәкәте етәксеһе Ирина Сычковаға яугирҙәр өсөн бәйләнгән 14 пар ойоҡбаш тапшырҙы.

Оҫта ҡуллы яҡташыбыҙ ҡулына бәйләмде беренсе тапҡыр 7-се класта уҡығанда ала. Ул саҡта Бөйөк Ватан һуғышы барған була. Шул  ваҡытта йәш Полинаға һәм уның синыфташтарына һалдаттарға ойоҡбаш бәйләү өсөн еп тараталар.

Бөгөн, байтаҡ йылдар үткәс, Полина Афанасьевна йәнә яугирҙәргә ярҙам күрһәтеүгә үҙ өлөшөн индерә.

- Әсәйебеҙ бәйләмен иртәнән кискә тиклем ҡулынан төшөрмәй, еп менән энәһен бары тик доға уҡығанда һәм ашағанда ғына ситкә ҡуйып тора, - ти ҡыҙҙары.

Полина Афанасьевна райондың Озерки ауылында тыуған. Байтаҡ йыл Мәләүездә, Өфөлә, иренең тыуған яғы булған Донбаста йәшәгән. Хаҡлы ялға сыҡҡансы төрлө урында эшләгән.

100 йәшен ул асыҡ аҡыл һәм яҡшы хәтер менән ҡаршы алды. Дүрт ҡыҙының тыуған йылын белә, ауыр бала сағын, йәшлек йылдарын, Өфөнөң Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттары шинеле өсөн төймә етештереү фабрикаһындағы хеҙмәтенә бәйле хәтирәләре менән уртаҡлашты. Баҡһаң, тыуған ауылына барғанында ҡайһы йортта кем йәшәгәнен дә иҫләп һөйләй икән. 

Бер быуатлыҡ ғүмер эсендә байтаҡ ауырлыҡ күрһә лә, яҡташыбыҙ бер ҡасан да бирешмәгән һәм әле лә үҙ яҙмышына зарланмай.

Тормоштоң тик ыңғай яғын күрергә өйрәнгән инәй яҡын кешеләренең: балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәләренең хәстәрен тойоп йәшәй.

Оҙаҡ йәшәү серен тырыш хеҙмәттә һәм сабырлыҡта күргән Полина Афанасьевна күптәр өсөн ғорурлыҡ һәм һоҡланғыс өлгө.

Автор фотолары. 

Мәләүез ирекмәненә - 100 йәш!
Мәләүез ирекмәненә - 100 йәш!
Мәләүез ирекмәненә - 100 йәш!
Мәләүез ирекмәненә - 100 йәш!
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас