

Бөгөн ҡаланың «Мәңгелек ут» монументына сәскә һалыу тантанаһы үтте. 1941 йылдың 22 июне ил тарихына мәңгелеккә яҙылған дата. Ул Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы көнө булараҡ билдәләнә.
Тыуған ил азатлығы өсөн көрәшкән яугирҙәрҙе хөрмәтләп иҫкә алыу сараһында район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин, уның урынбаҫарҙары, ветерандар һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, йәштәр һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.
- Беҙ миллионлаған совет гражданы йөҙөндә Ватан һағына баҫҡан халҡыбыҙҙың батырлығын хөрмәт итәбеҙ. Еңеүҙең ниндәй хаҡ менән яуланғанын хәтерләйбеҙ һәм бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ, - тине үҙ сығышында район хакимиәте башлығы Зәбир Таһирйән улы.
Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар бер минут тынлыҡта иҫкә алынды.
Автор фотолары.