

Бөгөн ҡаланың индустриаль колледжы кадет корпусы уҡыусылары өсөн иҫтәлекле көн булды. Улар уҡыуын тамамлап, ҡулына таныҡлыҡ алып, оло тормош юлына аяҡ баҫты.
«Мәңгелек ут» һәйкәле янында ойошторолған тантаналы сарала сығарылыш уҡыусылары, ата-әсәләр, ҡала хакимиәте башлығы Андрей Васин, индустриаль колледж директоры Виктория Арыҫланова, Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссары урынбаҫары Семен Кочергин һәм башҡалар ҡатнашты.
Сығарылыш уҡыусылары өсөн ойошторолған линейка кадет корпусын тамамлауҙы дәлилләгән документ алыу, күмәкләшеп вальста әйләнеү, баш кейемен сисеп, тубыҡланып байраҡ менән хушлашыу, сарала ҡатнашыусылар алдынан стройҙа үтеү кеүек иҫтә ҡалырлыҡ матур мәлдәрҙән торҙо.
Был хаҡта тулыраҡ яҙма гәзиттең 27-се һанында баҫылыр.
Автор фотолары.