Еңеүгә - 81 йыл
17 Августа , 10:59

Питбайкмы әллә йәйәүме?

Рәсми сығанаҡ уйланырға мәжбүр итә.

«Рәсәй юлдарында яңы хәүеф барлыҡҡа килде, ул электр самокаттарынан да ҡурҡынысыраҡ. Бөтә ил буйлап балалар һәм үҫмерҙәр араһында питбайкта йөрөү популярлаша. Бындай техника спорт инвентарына ҡарай һәм унда дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа йөрөү тыйылған булыуына ҡарамаҫтан, үҫмерҙе  был туҡтатмай. Көн һайын тиерлек улар тарафынан  трассала юл-транспорт ваҡиғалары ҡылына  һәм ихатала, йәйәүлеләр зыян күрә. Мәсьәлә шунда: күп осраҡта техниканы балаларға ата-әсәләре һатып ала, әммә уның ысын хәүефен аңлап етмәйҙәр.
Йыл башынан спорт мотоциклдарындағы аварияларҙа 2 меңдән ашыу кеше йәрәхәтләнгән, 30-ҙан ашыу үҫмер вафат булған. Беҙҙә 2026 йылдың июнь-июль айҙары дауамында питбайктарҙа йөрөгән балиғ булмағандар ҡатнашлығында 15-кә яҡын юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Хоҡуҡ һаҡсылары аңлатыуынса, үҫмерҙәр күп осраҡта дөйөм ҡулланылыштағы юлдарға сығыу тыйылған техникала хәрәкәт иткән. Ә байкерға ни бары 15 йәш, шунлыҡтан водитель таныҡлығы юҡ.

Питбайк  рәсми рәүештә спорт инвентары тип һанала һәм транспорт сараһы булып тормай. Был техника дәүләт автоинспекцияһында иҫәпкә ҡуйылмай, уға теркәү номерҙары талап ителмәй. Ләкин уны тик кросс тректары кеүек спорт трассаларында ғына ҡулланырға ярай. Закон буйынса, уның менән дөйөм ҡулланылыштағы юлдарға сығыу ҡәтғи тыйыла.

Күпселек осраҡта уларҙы автомобилселәр  бәрҙерә. Шулай уҡ питбайксылар үҙҙәре лә башҡа кешеләрҙе имгәтә. Мәҫәлән, күрше ҡалала 15 йәшлек уҡыусының  йәйәүлеләр сығыу урынында бер ҡатынды бәрҙереүе тураһында  күңелһеҙ хәл тураһында мәғлүмәт булды.

Балиғ булмаған граждандарға ошондай транспорт төрөнә эйә булыуҙы тыйған закон тулы көсөнә эшләмәй тиһәң дә хата булмаҫ. Шунлыҡтан питбайксыларҙың дөйөм ҡулланылыштағы юлдарға сығыуы өсөн уларҙың ата-әсәләренә йәки вәкилдәренә штраф ҡулланыу ҡаралған. Был да кәртә булмаһа, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен инҡар итеп, ике тәгәрмәсле техникала ҡала урамдарында иркен елдергән үҫмерҙе тағы ниндәй ысул менән туҡтатып була?

Питбайкмы әллә йәйәүме?
Питбайкмы әллә йәйәүме?
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас