“ Беҙ ярлы ғына йәшәнек, атай бәләкәйҙән зәғиф ине. Әсәй ҙә бик йыш ауырыны, әммә дауаханаға йөрөмәне. Ферма тирәһенә эшкә алманылар, сөнки ваҡыты-ваҡыты менән аңын юйып йығыла торғайны. Йортобоҙ ер иҙәнле, тәҙрә атай сүплектән йыйып алған мең ямаулы быяла киҫәктәренән торҙо. Иң ҙур йыһаз – ярты өйҙө биләгән мейес һәм урындыҡтан ғибәрәт ине. Юллай белмәгәндәрҙер инде, инвалид булһалар ҙа хөкүмәтттән бер тин аҡса алманылар.
Йәшем еткәс армияға алдылар. Ауылдан башҡа бер нәмә күрмәгән кешене “дед” тар ныҡ рәнйетте, хатта берәүһе ағас табурет менән бәреп ҡулбашымды һындырҙы. Командирҙарға әйтмәнем, үлтергес һыҙлауға тешемде ҡыҫып түҙҙем, һынған урын ҡыйыш уңалды.
Хеҙмәттә саҡта ауылдан әсәйҙең үлеп ҡалыуы тураһында телеграмма килде. Йыйынып юлға сыҡтым. Уңышлы ғына ҡайтып еттем. Көҙ, әбейҙәр сыуағы, тирә-яҡта матурлыҡ. Йорт алдында кәфенгә төрөлгән мәйетте алып китергә ат егелгән, мулла доға уҡый. Әсәйҙе асып ҡына күрһәттеләр ҙә зыяратҡа алып киттеләр.
Күрше-күлән ярҙамы менән өсөн, етеһен уҡыттыҡ, хәйер өләштек. Кискә табан өйҙә күңелһеҙ тынлыҡ урынлашты, мейес артында әллә нимә төшә, ҡойола, тауыш ишетелә, һаман да әсәй йөрөгән һымаҡ.
Таңға табан уның тауышын асыҡтан-асыҡ ишеткәндәй булып, ҡапыл уянып киттем: “Улым, мин тере, ҡотҡар зинһар!”. Ишетмәһәм, ҡолағыма салынды тиер инем, юҡ, тауышы асыҡ килеш мейес артынан ишетелде.
Шул саҡ урындыҡта ятҡан атайым да ҡыбырлап ҡуйҙы. “Әллә ниндәй төш күрҙем, әсәйең тереләй күмдегеҙ тип илай”, - ти.
Әле генә ишеткән тауыш тураһында әйтмәй булдыра алманым. Ҡояш һарғылт үләндәрҙе көҙгө нурына иркәләгәндә беҙ атай менән зыяратта инек инде.
Бөтә шикте онотоп, ер аҫтынан килгән тоноҡ тауыш ҡабатланыу менән атай менән кемуҙарҙан ҡәберҙе соҡой башланыҡ. Нисек сығарғанбыҙҙыр, хәтерләмәйем дә, әммә әсәй тере ине. Ауылға ҡайтып кейемдәрен килтерҙек тә, йорттан бер нимә алмай, баш һуҡҡан яҡҡа сығып киттек. Ошо утарҙа ғүмер итте атай-әсәй, мин дә армия хеҙмәтен тултырып бында ҡайттым.
Әсәйҙе тере килеш күмгән ауылдаштар асыҡ ҡәберҙе, тағатылған кәфенлекте күреп, төрлө имеш-мимеш һөйләгән. Әммә беҙ уларҙы ишетмәнек, ауылдан ныҡ йыраҡта инек.
Бына шулай элек күпме кешеләр тере килеш күмелгәндер инде, Хоҙай ғына белә”, - тип тамамланы хәбәрен.
Рәфилә ВАХИТОВА