

Һәр ауыл үҙенең оло йәштәге инәй-олатайҙары менән матур. Бала сағы, йәшлеге ауыр һуғыш осорона тура килһә лә, уны лайыҡлы үтеп, күркәм ғүмер кисергәндәр ихтирамға һәм хөрмәткә лайыҡ.
Һабаш ауылы ағинәйе Рауза Ғәббәсоваға - 93 йәш. Ул 1933 йылдың 25 ғинуарында Һабашта тыуған. Һуғыш осоро балаһы булараҡ, уға ауыр замандың бөтә ҡыйынлығын үҙ иңендә күтәрергә тура килә.
- Атайыбыҙ һуғышҡа китте. Әсәй мәрхүм булды. Күмәк бала инек. Ашарға ризыҡ булманы, булғанын бешереүсе лә юҡ. Бәләкәй генә ҡара ҡаҙанда һыу ҡайнатып сығарып, шуға он һалып ашағаныбыҙҙы хәтерләйем. Кейергә кейем булмағас, өйҙән сыға алмай ултыра торғайныҡ. Ул саҡта иң өлкән ағайыма 16-17 йәш тирәһе булғандыр. Беҙҙе ул ҡараны инде. Уйлап ҡараһаң, үҙе лә бала ғына! Зирәк булғандыр, тием, үҙен кладовщик итеп ҡуйҙылар, һуңынан ветврачҡа уҡырға китте, ферма мөдире итеп тәғәйенләнде. Шунан һуң әҙерәк мандып киттек, - тип хәтирәләрен барланы.
Ҡыйынлыҡ күреп йәшәһә лә, бирешмәй ул. «Аслыҡ-яланғаслыҡ кисерһәм дә, шул ваҡыттарҙы иҫләһәм, барыбер күңелле тойоласы. Өҫтәлдә бәрәңге менән икмәк кенә булһа ла, ҡыуана белдек. Ҡунаҡ саҡырғанда ла иң ҙур һый шул ине бит», - ти инәй.
Һуңынан да башҡаларҙан кәм донъя көтмәй. Һөйләүе буйынса, ғүмер буйы колхозда сөгөлдөр утаған, быҙау ҡараған.
- Хәсән Шәкүр улына тормошҡа сығып, Самат, Сабит, Сабир, Садиҡ, Рәсимә, Рәшиҙә, Айгөл исемле балаларға ғүмер бирҙем.
Бабайым тракторсы булып эшләп, 42 йыл буйы ер һөрҙө. Ҡыйынлыҡты күп күрҙек инде. Үҙ көсөбөҙ менән юҡлыҡ заманда өй һалып сыҡтыҡ. Ете бала үҫтерҙек.
Ҡайным Шәкүр миңә бик һәйбәт булды. Ергән баҙарына барһа, бүләккә бер киҫәк һабын менән бер энә тотоп ҡайтыр ине. Урыны йәннәттә булып, тыныс ятһын.
Ҡайғыһын да етерлек кисерҙем шул, балалар: өс улымды ерләргә тура килде, - тип үткәндәрен иҫкә төшөрҙө Рауза Бибулат ҡыҙы.
Бөгөн өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, теремек, хәрәкәтсән, үҙ зиһенендә. Балалары ташламай, ҡайтып ярҙам итеп, тәрбиәләп торалар. Уларҙың өсәүе - Салауатта, кесе ҡыҙы Айгөл Лангепас ҡалаһында йәшәй.
«Ауырлыҡты күп күрһәм дә, ошо йәшкә тиклем йәшәнем, барыһынан да ризамын. Бөтә нәмә бар, донъяға тыныслыҡ кәрәк», - тип оҙатып ҡалды беҙҙе Рауза инәй. Өлкән кешенең изге теләге ҡабул булһын ине. Уның үҙенә лә күңел бөтөнлөгө, йән тыныслығы һәм ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ.
Автор фотоһы.