Көнгәк
+1 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Еңеүгә - 81 йыл
5 Октября , 01:05

Ҡарттарса

Хәлдәр нисек тип, һорама, Йәшәүҙәрем - ҡарттарса! Тормош йөгөн тартып киләм Йөк атындай, аттарса.

Добавить в предпочтительные источники Google
ҠарттарсаҠарттарса
Ҡарттарса

Хәлдәр нисек тип, һорама,

Йәшәүҙәрем - ҡарттарса!

Тормош йөгөн тартып киләм

Йөк атындай, аттарса.

Йәп - йәш бары һөйөү хисем,

Көс - кәр генә ҡарттарса.

Бәхетлемен, һөйгән йәрем - Яратһа, яраттырһа!

Күңел тулһа - һайрап алам,

Һандуғастай, ҡоштарса.

Һеҙгә булған мөнәсәбәт

Дуҫтар, ҡалһын дуҫтарса!

Бәйге күрһәм, ярһып торам

Юртаҡ кеүек, аттарса.

...Ғашиҡ булам йәштәр һымаҡ,

Фекерләйем ҡарттарса!

Рамай Ҡаһиров.

Автор:
Читайте нас