Конгэк
+26 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар 2018, 13:58

Район яңылыҡтары

Төбәк бренды - башҡорт балы
Федерация Советы ҡарамағындағы Интеллектуаль милек мәсьәләләре буйынса совет ултырышында Башҡортостан брендына айырым иғтибар бирелде. Хәҙер республиканың үҙ бренды - “Башҡорт балы” бар.
Мәләүез районында ла умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр һаны йылдан-йыл арта. Башҡорт халыҡ кәсепселеген дауам итеүселәр районда ғына түгел, республика йәрминәләрендә лә сифатлы бал менән сауҙа итә.
Биш мең- сик түгел
Башҡортостан һауым буйынса биш меңлек сикте үтте. Йыл башынан тәүге тапҡыр республикала бер һыйырҙан уртаса һауым 5 мең килограмм күрһәткесенә етте. Биш йыл элек уртаса һауым 3 800 килограмм ине. Был сиккә етер өсөн 4-4,5 йыл кәрәк булды.
Бөгөн районда мал ҡышлатыу дауам итә. Һәр һыйырҙан көндәлек һауым 11,4 килограмм тәшкил итә.
Партия ышанысын аҡларбыҙ
Башҡортостан Башлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары Советы ағзаһы Рөстәм Хәмитов партияның XVII съезында берҙәм рәсәйҙәрҙең Рәсәй Президентын һайлауҙа милли лидерҙы яҡлау ҡарарына аңлатма бирҙе. Төбәк етәксеһе форумда партия ағзалары делегацияһын етәкләй.
“Беҙ, әлбиттә, Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Владимирович Путиндың кандидатураһын яҡлайбыҙ һәм партия ошо йәһәттән ышаныслы, ныҡлы эшләһен өсөн барыһын да эшләйбеҙ”, - тип һөйләне журналистарға Рөстәм Зәки улы.
Беҙҙә иртәлек үтте!
Республикала шыршы байрамдары, иртәлектәргә старт бирелде. Урман һылыуҡайын законһыҙ киҫеүсе һәм сауҙа итеүселәргә ҡарата административ штраф ҡаралған.
“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто БР дәүләт унитар предприятиеһы Мәләүез филиалы хеҙмәткәрҙәре лә бәләкәстәр өсөн бай программалы иртәлек ойошторҙо. Балалар Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Ҡар бөртөгө һәм Мәсекәй әбей менән күңел асты, бүләктәр алды.

Читайте нас: