Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
13 Июль 2023, 14:11

Йәшәү йәмен намыҫлы хеҙмәттә тапҡан

Кеше үҙ булмышына тоғро ҡалған икән, тимәк, уның ғүмере заяға уҙмаған

Йәшәү йәмен намыҫлы хеҙмәттә тапҡан
Йәшәү йәмен намыҫлы хеҙмәттә тапҡан

Тыуған ерен һөйөп-яратып, тыуған ауылым тип йән атып, янып-көйөп, шул ерҙә намыҫлы эшләгән кешеләр – тормошобоҙ күрке.

Хеҙмәт юлын ауыл хужалығына бағышлаған, тамған тире, тырыш хеҙмәте үҙенә рәхмәт, хөрмәт булып ҡайткан кешеләрҙең береһе – Кәбир Кәрим улы Тимерғәлин. Ул 1937 йылдың 15 июлендә Ҙур Шәрип (бөтөрөлгән) ауылында донъяға килгән. Атаһы Кәрим һәм әсәһе Мәнәүәрә улдарына кесе йәштән үк үҙ-ара хөрмәт, башланған эште аҙағына еткереү һәм иң яҡшы кешелек сифаттар тәрбиәләргә тырыша.
Атаһы фин һуғышынан ҡайтып күп тә үтмәй, Бөйөк Ватан һуғышына юллана. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына эләгә һәм 1943 йылда һәләк була. Ворошиловградский өлкәһендә туғандар ҡәберлегендә ерләнә. “Аслыҡ-яланғаслыҡ зама­нында бер ҡат кейем, аяҡта сабата. Әсәйем ураҡта, ә беҙ ҡустым менән ат­ҡолаҡты һыпырып алып ҡа­ҙан­да ҡайнатып ҡуя торғайныҡ, әл дә һыйырыбыҙ булды, шуға әллә ни аслыҡ һиҙелмәне. Инәйем менән 12-13 йәштәрҙә урманға ағас ҡырҡырға ла, бесәнгә лә йөрөнөм. Йәйен тракторсы ярҙамсыһы булып, ҡышын фермала эшләнем”, - тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Кә­бир Тимерғәлин.
Бәләкәйҙән эшләп үҫкән егеткә дүрт класс ҡына тамамларға тура килә. Өмөт-хыялдары селпәрәмә килгән, бала саҡ бәхетенән мәхрүм ителгән булһа ла, тормоштан бер ҙә зарланмай ул. Ил алдындағы бурысын үтәргә 1957 йылда армия сафына алына һәм Ленинград өлкәһе Зеленогорский ҡалаһында хеҙ­мәт итә. Өс йыл эсендә ул иретеп-йәбештереүсе һөнәрен алып ҡайта. Армиянан ҡайтып, оҙон-оҙаҡ уйлап тормай бер айҙан һуң күрше ҡыҙы Люциәгә өйләнә, ғүмерлек тормош иптәше итеп һайлап яңылышмай ул. Ғаилә ҡороп, ике ҡыҙ, өс улға ғүмер бүләк итә улар. Хеҙмәт юлын электрик булып башлаған егет, артабан утыҙ йыл ғүмерен комбайнсы һөнәренә бағышлай. Ҡайғы елдәре лә ҡағылмай үтмәй уны, ике улы, һөйөклө ҡатыны вафат була. Тормош ел­дәре нисек кенә ҡаҡмаһын, һынамаһын Кәбир Тимерғәлин бөгөлөп төшмәй, балалары йы­лыһын тойоп ғүмер итә.
Оло ҡыҙы Фәйрүзә бөгөн хаҡ­­лы ялда, кейәүе Миңлебай Вәлитов Рәсәй телевидениеһы һәм радиотапшырыуҙар селтә­ре компанияһында водитель бу­лып эшләй, Флүзә ҡаланың «Шишмә» шифахана-профилакторийында медсестра, кейәүе Рөстәм Ҡыҙрасов менән ҡалала үҙ йорттарында йәшәй. Улы Фәрғәт килене Ләлә менән Күгәрсен районы Семенопетровскийҙа донъя көтә.
- Ҡатыным менән татыу, яҡшы йәшәнек. Ҡәйнәм күрше булғас уға ла ярҙамлашып торҙом. Әсә­йем беҙҙең менән 45 йыл бергә торҙо. Шул тиклем кейәүҙәремдән уңдым, ҙур рәхмәтлемен уларға, бөтә яҡлап та ярҙам итеп торалар. Ял һайын ҡайтып, хәл белеп йөрөйҙәр, уларҙың тәрбиәһен тойоп йәшәйем. Ун бер ейәнсәрем, туғыҙ ейәнем – төп байлығым минең, - ти ул.
Хеҙмәт юлын тыуған ауылы, кол­хозы менән бәйләгән эш­һөйәр кешеләрҙең береһе ул Кәбир Кәрим улы. 40 йылдан ашыу ғүмере намыҫлы хеҙмәттә үткән. Әйтергә генә еңел. Уларҙа борсолоп үткәргән алһыҙ-ял­һыҙ көндәр, көйөнөстәр, уңыш-һөйө­нөстәр ята. Кешене эше биҙәй, тигәндәй, уның бихисап Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хат­тары, Дан хеҙмәте миҙалы тырыш хеҙмәтсән булыуы тураһында һөйләй. Бөгөн ул ҡош-ҡорт ҡарап, йәшелсә-емеш, сәскә-гөлдәр үҫтереп, донъянан ҡәнәғәт булып йәшәй. Тағы Кәрим Тимерғәлин “Көнгәк” гә­зитенең тоғро дуҫы ла, уны юбилейы менән ҡотлап иң изге теләктәр генә юллайбыҙ!

Йәшәү йәмен намыҫлы хеҙмәттә тапҡан
Йәшәү йәмен намыҫлы хеҙмәттә тапҡан
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: