Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
3 Октябрь 2023, 10:20

70 йәшегеҙ менән, Миңлегөл Ғәйфулла ҡыҙы!

Һеҙҙең янда шундай ышыҡ, Һеҙҙең янда шундай йылы. Ҡарашығыҙ, әйтерһең дә, Ергә төшкән ҡояш нуры.

70 йәшегеҙ менән, Миңлегөл Ғәйфулла ҡыҙы!
70 йәшегеҙ менән, Миңлегөл Ғәйфулла ҡыҙы!

Беҙҙең хаҡлы ялдағы хеҙмәттәшебеҙ Миңлегөл Ғәйфулла ҡыҙы ҠАМБУЛАТОВА үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Уны ғүмер китабының өр-яңы битен асҡан күркәм миҙгеле айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ҡоростай ныҡлы hаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, тын аҡҡан йылғалай йән тыныслығы теләйбеҙ. Балаларының изгелеген күреп, уларға терәк-таяныс булып, хәсрәт күрмәй йәшәүен теләйбеҙ. Иртәләрегеҙ - ҡояшлы, килер көндәрегеҙ - көләс, кистәрегеҙ - айлы, уйҙарығыҙ - яҡты булһын,  мәрхәмәтле йөрәгегеҙ арыу-талыу белмәһен, Миңлегөл Ғәйфулла ҡыҙы!

Һеҙҙең янда шундай ышыҡ,
Һеҙҙең янда шундай йылы.
Ҡарашығыҙ, әйтерһең дә,
Ергә төшкән ҡояш нуры.

Сәсегеҙгә ипләп кенә
Сал ҡырауҙар тейеп үткән.
Әллә көҙгө шаян елдәр
Күкһел томандарын һирпкән?

Һайрамайҙар былбыл ҡоштар,
Талдар ҙа ҡалған моңайып.
Моңһоу көҙгә йәм өҫтәргә
Һеҙ тыуғанһығыҙ, моғайын.

Хоҙай ныҡлы сәләмәтлек бирһен,
Һеҙ булғанда ҡояш нур сәсә.
Күптәр өсөн иң ҡәҙерле булып,
Йәшәгеҙ һеҙ шулай йөҙгәсә!

Иң изге теләктәр менән «Көнгәк» гәзите коллективы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: