Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
13 Декабрь 2023, 13:45

Һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхет

Флүрә Нурфәиз ҡыҙы Сәғитова тураһында мәҡәлә гәзиттә иртәгә баҫыла. 

Һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхет
Һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхет

Ошо көндәрҙә ҡәҙерле кешебеҙ - Флүрә Нурфәиз ҡыҙы Сәғитова 88 йәшлек ғүмер байрамын ҡаршы алды. Беҙ уны ҡотлайбыҙ һәм изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға һоҡланып, үткән ғүмереңә үкенмәй, балаларың изгелегендә ғүмер кисерергә яҙһын. Һинең фатихаң менән аҙымыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай сәләмәтлектән, йән тыныслығынан айырмаһын!
Тыуған көнөң менән, ҡәҙерлебеҙ,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең беҙҙең өй түрен.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Һин булғанда ҡояш нур сәсә.
Кәңәшсебеҙ, ҡәҙерлебеҙ булып,
Йәшә әле, әйҙә, йөҙгәсә!

Ҡотлау менән балалары Фирҙәүес һәм Самат ШӘРИПОВТАР, Рәмилә һәм Рәил СӘФӘРОВТАР, Райхана ИСКӘНДӘРОВА, Гөлбаныу һәм Ғаяз ЙОМАҒУЖИНДАР ғаиләләре, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре.

 

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: