Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
4 Февраль , 06:20

Почта таратҡан көндө ул 18 километр юлды йәйәү үтә

Хәтерләйһегеҙме Фәриҙә Ҡудашеваның  почтальондарға арнап башҡарған йырын?  

Почта таратҡан көндө  ул 18 километр юлды йәйәү үтә
Почта таратҡан көндө ул 18 километр юлды йәйәү үтә

Гәзит-журналдан тыш, 179 йортҡа квитанция таратырға, һатырға биргән планды тултырырға кәрәк... “Боһорман менән Ҡотлобулат ауылы араһы өс километр, ике ауылдың һәр йорто ишек алдына инә-инә, арғы остан бирге осҡа еткәнсе байтаҡ ваҡыт үтә, аҙнаһына ике ауылды өс урайым”, - ти почтальон Лилиә Тәүхитова. Күп йәйәү йөрөгәнгә лә ул йәш ҡыҙар һымаҡ һомғол! Эшен, кеше менән аралашыуҙы ярата! Ауыл инәйҙәре лә яҡшы теләктәр теләп, артынан доға уҡып ҡала, һыуыҡ көндәрҙә сәй эсергә саҡыралар. Күңелен һалып эшләгәнгә Лилиә Халиҡ ҡыҙына эштең бер ауырлығын һиҙелмәй. Афарин, Лилиә!

“Тыуған ауылыңдан хәбәр-хәл

 Кем алып килә?

 Кемгә кемдең хат яҙыуын

 Кем генә белә?

 Почтальонпочтальон

Почтальон алып килә лә 

Почтальон ғына белә.

 Һөйгәнеңдең яҡты өмөтөн

 Кем хәбәр итә?

 Дуҫтарыңа ут эсенән

Кем сәләм илтә? 

Почтальонпочтальон,

 Почтальон хәбәр итә лә

 Почтальон сәләм илтә.

Йәшлегеңә саф мөхәббәт

 Кем алып килә?

Һөйгәнеңдең кем икәнен

Кем генә белә? 

Почтальонпочтальон

Почтальон алып килә лә

 Почтальон ғына белә.

Почта таратҡан көндө  ул 18 километр юлды йәйәү үтә
Почта таратҡан көндө ул 18 километр юлды йәйәү үтә
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: