Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
10 Февраль , 12:58

ИСЕМЕ ФӘЙРҮЗӘ ИНЕ...

Ғүмеремдең яртыһынан күбеһе руль артында үтте. Армияға киткәнсе водитель булып эшләй башлағайным, хәрби хеҙмәттә лә машина йөрөттөм. Башҡа һөнәр булмағас, ҡайтҡас та тағы “баранка” өйрөлтөргә ултырҙым.

ИСЕМЕ ФӘЙРҮЗӘ ИНЕ...
ИСЕМЕ ФӘЙРҮЗӘ ИНЕ...
Юлда йөрөү үҙемә бик оҡшай ине. Төрлө ҡалалар, төрлө кешеләр... “Попутка” көтөүселәр булһа, бер ҡасан да ултыртмай үтеп китмәй инем.
Бер шулай февралдең буранлы бер көнөндә баш ҡаланан ҡайтып киләм. Ҡараңғы төшкәйне инде. Мәләүезгә тиклем көс-хәл менән килеп еттем. Салауат ситендә өс-дүрт йәшлек улы менән бер йәш ҡатынды ултыртып алғайным. Юл юҡлығын күреп,
буран баҫылғансы уларҙа ултырып торорға саҡырҙы. “Иреңдән ҡурҡмайһыңмы һуң?” – тип шаяртҡайным, өндәшмәне.
Уны өйҙәренә тиклем алып барҙым да, юлымды дауам иттем. Тик ҡаланан йыраҡ китеп булманы, кире боролорға тура килде. Күп уйлап тормай, теге йәш ҡатынды ҡалдырып киткән йорт янына килеп туҡтаным. Подъезын ғына беләм, фатирын һорамағанмын. Шул ваҡыт тәҙрә ҡорғанын тартып ҡараны. Мин уны шунда уҡ таныным. Оҙаҡ уйларға башҡа сара юҡ: икенсе ҡатҡа йүгереп мендем. Әйтерһең дә ул мине көткән ине, ишеген шунда уҡ асты. Улы ла күптәнге танышын күргән кеүек йылмайып ҡаршы алды. Уның артынан һүгенә-һүгенә йәш ир килеп сыҡты. Иҫерек булһа ла, ҡунаҡсыл булып сыҡты ул. Өҫтәлгә бүҫкә шешәһен дә ултыртты. Үҙе бер-ике рюмка күтәрҙе лә ултырған урынында йоҡлап китте.
Шунда ғына юлдашыма күтәрелеп ҡарайһы иттем. Ике ҡулы, муйын тирәһе күгәреп янып сыҡҡан ҡатынға ҡараным да ғашиҡ булдым да ҡуйҙым. Тәүҙә йәлләү тойғоһо булғандыр, бәлки. Һөйләшә торғас, уның бик сибәр һәм йәш кенә булһа ла аҡыллы ҡатын булыуын күрҙем. “Ни эшләп ыҙаланып йәшәйһең? Әйҙә, үҙемә алып ҡайтам”, - тип тәҡдим яһаным. Яуап бирмәне.
Иртәнсәк оҙатҡанда ”Әйткәнең ысын күңелдән булһа, мин барырға риза. Килһәң, оҙаҡлама”, - тине.
Тик мин оҙаҡланым шул. Ҡышын юл төшмәне, яҙын дауаханаға эләктем. Йәй көнө барғайным, күршеләре күсеп китте, тине.
Исеме Фәйрүзә ине...
Хәйҙәр М.
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: