Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
13 Март , 11:45

Юбилейығыҙ менән, Гөлшат апай!

Ошо көндәрҙә Хәсән ауылында йәшәүсе Гөлшат Мөхәмәтшина 70 йәшлек юбилейын билдәләне.

Юбилейығыҙ менән, Гөлшат апай!
Юбилейығыҙ менән, Гөлшат апай!

Ошо көндәрҙә Хәсән ауылында йәшәүсе Гөлшат Мөхәмәтшина 70 йәшлек юбилейын билдәләне. Был хаҡта беҙгә Аптраҡ ауыл биләмәһе башлығы Фидан Юлтимеров та хәбәр итте:

- Оҙаҡ йылдар дауамында ауыл клубы мөдире булып эшләгән Гөлшат Мәрхәм ҡыҙы участка һайлау комиссияһының, ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар советының ағзаһы булды. Ул бөгөн дә бик әүҙем кеше, яуҙағы һалдаттар өсөн маскировка селтәре үрергә йөрөй. Изге күңелле, мәрхәмәтле апайҙы күркәм ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, оҙон, бәхетле ғүмер теләйбеҙ, - тип яҙа Фидан Зөбәйер улы.

Беҙ ҙә һеҙҙе юбилейығыҙ менән тәбрикләйбеҙ, Гөлшат апай! Алда матур байрамдарығыҙ күп булһын! 

Фото архивтан.  

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: