Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
19 Март , 14:55

Дан ғаиләләр бар беҙҙә!

Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе, ике бала тәрбиәләүсе Айгөл һәм Максим ДМИТРИЕВтар - тулы ҡанлы тормош менән йәшәгән йәш, эшлекле замандаштарыбыҙ.

Дан ғаиләләр бар беҙҙә!
Дан ғаиләләр бар беҙҙә!

Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе, ике бала тәрбиәләүсе Айгөл һәм Максим ДМИТРИЕВтар - тулы ҡанлы тормош менән йәшәгән йәш, эшлекле замандаштарыбыҙ.

 Айгөл инженер-эколог булып эшләй, ә Максим - һөт-консерва комбинатында контроль-үлсәү приборҙары цехы начальнигы.

- Инженер бер әйберҙе лә ташламай, бөтә нәмәне йүнәтеп, төҙәтеп ала, тигән һүҙҙәрҙе ишеткәнегеҙ булһа, ике инженер йәшәгән беҙҙең ғаиләне күҙ алдына килтерәһегеҙҙер. Ирем күп нәмәне үҙ ҡулдары менән эшләй, - ти әңгәмәсем.

Декрет ялында картондан интерьер биҙәү өсөн һындар яһарға оҫтарған Айгөл ер еләге лә үҫтерә. Әйтеүенсә, был эшкә бейеменән өйрәнгән.

Дмитриевтар дүрт йәш ярымлыҡ Мияны һәм ике йәш ярымлыҡ Эмилияны тәрбиәләй. Ғаилә тәбиғәт ҡосағында ял итергә ярата.

Айгөл, ҡатын-ҡыҙҙың көслө зат ҡурсалауына һәм үҙенә ышаныуына мохтаж булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Үҙе һәр яңы башланғысында Максимының ышанысын тойоп, күңел һалып яратҡан эше менән шөғөлләнә.

Ул ғүмер, тәрбиә һәм белем биргән әсәһе Рәзилә Рауил ҡыҙына, туғандарына, бейеменә рәхмәтле.

- Эшләгән һәр эшемде интернетҡа сығарам, был үҙемде күрһәтеү өсөн түгел, башҡаларҙы ҡыҙыҡһындырыу, өйрәтеү өсөн ҡуйыла. Артыҡ асыҡһың, тип шелтәләгән кешеләр ҙә бар, ни эшләйем һуң, шундай инде мин - шарран асыҡ күңелле һәм артыҡ ихласмын, - тип һүҙен тамамланы әңгәмәсем.

Нисек барһығыҙ, шундай булып ҡалығыҙ, Айгөл, донъя тап һеҙҙең кеүектәргә мохтаж ул!

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Һүрәттә: Айгөл ҡыҙҙары Мия һәм Эмилия менән.

Элиза МУСАҠАЕВА фотоһы.  

Мәҡәлә тулы вариантта гәзиттең 10-сы һанында баҫылды.

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: