Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
6 Апрель , 10:20

Икеһенә бер яҙмыш, бер һөнәр

Ғаилә йылында һеҙҙе педагогиканы үҙ яҙмышы итеп һайлаған пар менән таныштырабыҙ. Мәҡәлә быйыл «бәрхәт туй»ын - 29 йыл бергә йәшәүҙәрен билдәләйәсәк Земфира һәм Риф Маннановтар, уларҙың ғаилә ҡиммәттәре тураһында.

Икеһенә бер яҙмыш, бер һөнәр
Икеһенә бер яҙмыш, бер һөнәр

Ғаилә йылында һеҙҙе педагогиканы үҙ яҙмышы итеп һайлаған пар менән таныштырабыҙ. Мәҡәлә быйыл «бәрхәт туй»ын - 29 йыл бергә йәшәүҙәрен билдәләйәсәк Земфира һәм Риф Маннановтар, уларҙың ғаилә ҡиммәттәре тураһында.

Ғаилә башлығы Риф Ширияз улы Күгәрсен районының Күгәрсен ауылында тыуып үҫкән. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернатын, 1990 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлай. Ил алдындағы изге бурысын Монголия сигендә танк ғәскәрҙәрендә үтәгән ветеран подразделениеның юбилей миҙалдарына эйә.

Мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Риф Ширияз улына «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» исеме бирелә.

Земфира Зинфрит ҡыҙы Ейәнсура районының Ишемғол ауылынан. Мәктәп йылдарында уның күңелендә әҙәбиәткә һөйөүҙе урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наталья Рожкова тәрбиәләй. Уҡыусыһы өсөн Наталья Федоровна аҡыл өлгөһө була. Шуға ла, ҡыҙҙы киләсәктә ниндәй һөнәр һайларға тигән һорау борсомай.  

1989 йылда ул Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Уҡытыусылары Альмира Аҡбашева, Наталья Онуфриева, Василий Беглов, Иван Карпухиндарҙың лекциялары уның  донъяға ҡарашын формалаштыра.

Маннановтарҙың хеҙмәт юлы Күгәрсен районы Йомағужа ауылының 2-се мәктәбендә башлана. 1990 йылдан 2003 йылға тиклем Риф Ширияз улы информатиканан, Земфира Зинфрит ҡыҙы урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Тап шунда ул «башҡаларҙы өйрәт һәм үҙең дә аңларһың» тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлап, артабан уларҙы үҙ эшмәкәрлегендә ҡуллана.

2003-2004 йылдарҙа Маннановтар ғаиләһе Мәләүезгә күсә. Ғаилә башлығы 2019 йылға тиклем ҡаланың 4-се мәктәбендә балаларға информатиканан белем бирә. Бөгөн 5-се мәктәптә математика дәресе алып бара. «Ирем - оҫта ҡуллы, намыҫлы, эшһөйәр кеше. Уның ҡулында техникаға ла «йән инә!»- ти Земфира Зинфрит ҡыҙы...

Мәҡәлә тулыһынса гәзиттең 14-се һанында баҫылды.

Фото ғаилә архивынан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: