Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
6 Апрель , 08:30

Ҡулдарынан тама изгелек

Мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыу, кемдер хаҡында хәстәрлек күреү өсөн бай, етеш тормошло булыу кәрәкмәй, уның өсөн бары тик күңел киңлеге лә етә.

Ҡулдарынан тама изгелек
Ҡулдарынан тама изгелек

Мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыу, кемдер хаҡында хәстәрлек күреү өсөн бай, етеш тормошло булыу кәрәкмәй, уның өсөн бары тик күңел киңлеге лә етә.

Шундай киң һәм изге күңелле кешеләрҙең береһе Гөлназ Уразова беҙҙең ҡалала йәшәй. Ирекмәнлек менән шөғөлләнгән оҫта ҡуллы йәш замандашыбыҙ бәйләгән әйберҙәрен һатып можтаждарға, сирле балаларға ярҙам итә.

Ҡул эшенә ул ҡойоп ҡуйғандай матур шәлдәр бәйләгән ҡәрсәһе Йәсминурҙан, 9-сы гимназияла уҡыған сағында уҡытыусыһы Асия Миңлехәсән ҡыҙынан өйрәнә. Ырғаҡ менән дә мәктәптә уҡығанда таныша. Һуңынан үҙ оҫталығын арттырыу өсөн интернеттан төрлө видеолар ҡарай, курстар һатып ала.

Яратҡан шөғөлөнә ҡыҙы Софья менән декрет ялында ултырғанда ныҡлап тотона. Фетрҙан төрлө уйынсыҡтар тегеүҙән кескәйҙәр өсөн ҡуяндар бәйләүгә күсә. Бейеүсе бейей-бейей оҫтарһа, Гөлназ да бәйләй-бәйләй оҫтарып, бер-береһен ҡабатламаған образдар ижад итә башлай.

Кемдер теге йәки был кәсебен аҙмы-күпме килем алыу маҡсатында башлаһа, берәүҙәр күңел ялы, икенселәр ваҡыт уҙғарыу өсөн тотона. «Изге уйынсыҡтар» тип исемләнгән шәхси акция хужабикәһе Гөлназ  уны изгелеккә өлөш индереүгә йүнәлтә. Ирекмәнлек менән шөғөлләнеүе яҡташыбыҙ Эмиль Ғайсинға ярҙам итеүҙән башланып китә.

- Эмиль исемле малай тураһында интернеттан уҡып белгәс, үҙемә урын тапманым. Уға Израилдә операция яһау өсөн аҡса йыя башлаған мәл ине. Ғаилә менән бәйләнешкә инеп, бәләкәскә ярҙам итеүгә үҙ өлөшөмдө индереү уйы менән яндым. Төрлө сараларҙа ҡул эштәремде һатып, хәйриәлек менән шөғөлләнә башланым. Минең башланғысымды хуплаусылар, теләктәшлек белдереүселәр ҙә табылды. Килемдең бер өлөшөн бәләкәсте дауалау өсөн асылған иҫәпкә ебәреп барҙыҡ. Эмилгә яһаған операция уңышлы үтте, уның артабан тулыһынса шәбәйеп китеүен теләйем, - ти Гөлназ...

Мәҡәләнең тулы варианты гәзиттең 14-се һанында баҫылды.

Фото ғаилә архивынан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: