Конгэк
+6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

"Хәүефһеҙ тәгәрмәс - 2022"

Бөгөн Нөгөш һыуһаҡлағысы янындағы "Тау һауаһы" ял базаһында "Хәүефһеҙ тәгәрмәс - 2022" республика конкурсы старт алды. Конкурсты асыу тантанаһында район мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт идаралығының ропаганда буйынса бүлеге етәксеһе, полиция майоры Линар Зиннуров һәм өҫтәлмә белем һәм тәрбиә биреү бүлеге мөдире Лира Хәбибуллина ҡатнашты. 

Йыл һайын уҙған конкурс балалар һәм үҫмерҙәрҙең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса белемдәрен тикшереү өсөн ойошторола. Быйыл да унда республиканың район-ҡалаларынан иң яҡшы командалар көс һынаша. 28 майға тиклем барасаҡ конкурста ҡатнашыусылар юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса белемдәрен генә түгел, велосипедта йөрөү оҫталығын һәм башҡа төрлө һәләттәрен дә күрһәтә.

Сарала беҙҙең район һәм ҡала юл хәрәкәтенең йәш инспекторҙары Яна Ефимова, Альберт Хәиров, Һауа Иҡсанова һәм Әғзәм Ишмөхәмәтов ҡатнаша. 

Конкурс барышы һәм уның һөҙөмтәләре менән гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ. 

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотолары.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: