ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
22 Август 2023, 14:14

Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы 21 августан 15 сентябргә тиклем киң күләмле «Иғтибар – балалар!» акцияһы уҙғара.

Сара яңы уҡыу йылы башланыр алдынан балаларҙың юлдарҙа, транспортта йәрәхәтләнеүен булдырмау маҡсатында ойошторола.

Уҡыу йылы башланған көндәрҙә мәктәптәрҙә уҡыусылар менән профилактик акциялар: әңгәмәләр, конкурстар, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса викториналар үткәреләсәк.  Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәтендә йәш ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү йәһәтенән аңлатыу һәм профилактика эше алып барыу менән бергә балиғ булмағандар һәм уларҙың ата-әсәләре яғынан ҡағиҙә боҙоуҙарға ла юл ҡуймаясаҡ. Саралар уҙғарылған осорҙа юл хәүефһеҙлеге инспекторҙары экипаждарының патрүль маршруттары белем биреү ойошмаларына яҡын ойоштороласаҡ.

сығанаҡ: https://belizv-bash.ru/news/y-m-i-t/2023-08-21/s-25-po-27-avgusta-2023-goda-v-sankt-peterburge-sostoyatsya-dni-respubliki-bashkortostan-3395845

Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы 21 августан 15 сентябргә тиклем киң күләмле «Иғтибар – балалар!» акцияһы уҙғара.
Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы 21 августан 15 сентябргә тиклем киң күләмле «Иғтибар – балалар!» акцияһы уҙғара.
Автор:
Читайте нас: