ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

ЭТ БӘЛӘҺЕ...

Хужаһыҙ, йәшәр урынһыҙ ҡалған йорт хайуаны тора-бара ҡырағайға әйләнә. Урамда йөрөгән өйөр йәмғиәт өсөн ҡурҡыныс тыуҙыра ла инде. Улар кешеләргә ташлана, ихата-урамды бысрата, төрлө ҡурҡыныс сир тарата...

ЭТ БӘЛӘҺЕ...
ЭТ БӘЛӘҺЕ...

Ҡулға эйәләштергәндәр өсөн яуаплыбыҙ

Һуңғы йылдарҙа берәҙәк эттәргә бәйле аяныслы хәлдәр тураһында йыш ишетергә тура килә. Берәҙәктәр ҡайҙан һәм нисек барлыҡҡа килә һуң? Уларҙың күбеһе - хужалары баш тартҡан йән эйәһе. Яңғыҙы тороп ҡалғас, эт үҙе кеүектәрҙе эҙләй башлай һәм ташландыҡтар өйөрөнә ҡушыла. Хужаһыҙ, йәшәр урынһыҙ ҡалған йорт хайуаны тора-бара ҡырағайға әйләнә. Урамда йөрөгән өйөр йәмғиәт өсөн ҡурҡыныс тыуҙыра ла инде. Улар кешеләргә ташлана, ихата-урамды бысрата, төрлө ҡурҡыныс сир тарата...

Ауылда нисектер, ә бына ҡала урамында көтөүе менән йөрөгән эттәрҙе һеҙҙең дә күргәнегеҙ булғандыр. Уларҙан балалар ғына түгел өлкәндәр ҙә ҡурҡа. Мәхлүктәр, күп осраҡта, үҙ көсө еткәндәргә һөжүм итә. Мәҫәлән, уға ҡаршы торорлоҡ ир-егетте урап үтеп, ҡатын-ҡыҙға, балаға йәки өлкән йәштәге кешегә ташланыуы мөмкин.

Эт ниндәй осраҡта  ташлана?

Белгестәр эттең кешегә хәүеф килтергән бер нисә осрағын атай. Ул кешене үҙ биләмәһенән ҡыуып ебәрергә теләп, яҙын «туй» мәлендә ата эт үҙ өйөрөн һаҡлап ҡалыу өсөн яуаплылыҡ тойоп, көсөктәре тыуғас, балаларын һәм инә этте яҡлап, шулай уҡ үҙе ашаған ризығын ҡыҙғанып башҡаларға һөжүм итеүе бар.

Кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ!

Әгәр юл уртаһында ятҡан өйөргә тап булһағыҙ, уны тыныс ҡына урап уҙырға кәрәк булыр. Ундай саҡта эт «һунар»ҙа түгел, ә бары тик үҙ биләмәһен һаҡлай. Ҡойма артында ажарланып өргән тауыш ишетһәгеҙ ҙә, ул тирәнән китеү яғын ҡарағыҙ. Әгәр ташландыҡтар өйөрөнә тап булып, үҙегеҙгә хәүеф янауын тойһағыҙ, эттең күҙенә ҡарамағыҙ, киҫкен хәрәкәт яһамай, «мин һиңә теймәйем», «хәҙер китәм», «ниндәй матур эт» тигән һүҙҙәр әйтеп, уға насарлыҡ ҡылмаҫығыҙҙы белдерегеҙ...

Мәҡәләне тулыһынса гәзиттән уҡырға мөмкин. Ул 2-се һанда баҫылды.

Фото архивтан.

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: