Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Ярай зыян күрмәгәндәр!

Был хаҡта тулыраҡ: 

Ярай зыян күрмәгәндәр!
Ярай зыян күрмәгәндәр!

Мишкә районында янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡоролма күп балалы ғаиләне ҡотҡарған, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк буйынса баш идаралығы. Янғын кисә кис Ирсай ауылында сыға. Социалистик урамында верандалы бүрәнә йорт яна. "Бер нисә минут эсендә унда ирекле янғын һүндереүселәр һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре килә. 20 минут эсендә, янғын кәметелә, һуңыраҡ тулыһынса һүндерелә», - ти ҡотҡарыусылар. Янғын сыҡҡан ваҡытта йортта биш балалы әсә (ике ҡыҙ һәм өс малай) була. Иң кесеһенә ни бары ете ай, иң олоһона быйыл 10 йәш тула. Ҡатын янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡоролма тауышын ишетеп, балалары менән йорттан сығып өлгөрә. Ашығыс ярҙам хеҙмәтенә ул күршеләренән шылтырата. Һөҙөмтәлә бер кем дә зыян күрмәй. Бынан алда Асҡын районында 95 йәшлек ир янғын ваҡытында иҫән ҡалған, тип хәбәр итә https://www.bashinform.ru/

Автор:Галина Бахшиева.

Автор:
Читайте нас: