Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Янғынға ҡаршы айлыҡ иғлан ителде

Район хакимиәте башлығы ҡарары менән 15 апрелдән 15 майға тиклем янғын хәүефһеҙлеге айлығы иғлан ителде. Ошо сара сиктәрендә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмаҫ өсөн профилактик саралар үткәрелә.

Янғынға ҡаршы айлыҡ иғлан ителде
Янғынға ҡаршы айлыҡ иғлан ителде

Урындағы үҙидара органдарына  хәүефһеҙлек тәъмин итеү буйынса саралар комплексын тормошҡа ашырыу бурысы йөкмәтелде. Янғындарҙы һәм кешеләр үлемен булдырмау маҡсатында халыҡҡа янғын хәүефһеҙлеге саралары тураһында мәғлүмәт еткерелә.

Махсус режим - янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре көсәйтелгән осор. Режим осоронда урманда усаҡ яҡмаҫҡа, йорт-ихатала сүп-сар үртәмәҫкә тигән сикләүҙәрҙе теүәл үтәү мөһим. Сөнки йылы көндәрҙә, байрам осоронда халыҡтың урманға сыға башлауы менән ут сығыу осрағы бермә-бер арта.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: