Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Чернобыль фажиғәһенә - 38 йыл

Был көн ерҙәге тамуҡҡа тиң ине, тип хәтерләй ветерандар.

1986 йылдың 26 апрелендә Чернобыль атом электр станцияһы шартланы. Был техноген һәләкәт үҙенең күләме һәм  фажиғә буйынса Ер шары тарихында иң ҙуры.  Унда миллиондарса кеше   зыян күрҙе. Бөгөн  Чернобыль һәләкәтен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарҙың күбеһе  яҡты донъяла юҡ.

Аварияны бөтөрөүҙә беренселәрҙән булып янғын һүндереү отряды ҡатнаша. Бер аҙна эсендә уларҙың алтыһының ғүмере өҙөлә.

Бер километрға тиклем күтәрелгән янғынды яҡын-тирәләрҙә йәшәүселәр балкондарына сығып күҙәтә. Үҙҙәрен ниндәй ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуҙары тураһында уларҙы бер кем дә иҫкәртмәй. Шартлаған энергия блогы эргәһендә радиация кимәле тиҫтә меңдәрсә рентген менән үлсәнә. Һәләкәттең ни тиклем ауыр икәнлеген  халыҡ белмәй. Улай ғына ла түгел, иртә менән кешеләр эшкә, балалар мәктәпкә уҡырға бара. Бер һүҙ менән әйткәндә, 47 мең кеше йәшәгән Припять ҡалаһы радиоактив саң эсендә ҡала. Эвакуация  көн аҙағында ғына иғлан ителә.

Әммә был тиклем кешене хәүефһеҙ зонаға сығарырлыҡ автобустар булмай.  6 майҙа ғына Украина һәм Беларусь республикаларынан  транспорт бүленә башлай. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 20 километрға һуҙыла. Халыҡҡа фажиғәнең ни тиклем етди икәнлеген иҫкәртмәйҙәр, ҡурҡыу тыуҙырмаҫ өсөн "Документ һәм еңел кейемегеҙҙе генә алығыҙ, 3 көндән кире ҡайтасаҡһығыҙ", тип әйтәләр.

Радиоактив матдә таралыуын кәметеү һәм ер аҫты һыуҙарының бысраныуына юл өсөн ҡуймаҫ өсөн шахтерҙар реактор аҫтында 136 метрлы тоннель ҡаҙый. Хәрби инженерҙар Припять йылғаһы ярына дамба эшләй. Атом электр станцияһының шартлаған реактор өҫтөнә вертолеттар бор карбид, ҡурғаш һәм доломит ҡатнашмаһы ташлай. Аварияның актив этабы тамамланғас реактор латекс, каучук һәм радиоактив туҙанды һеңдереүсе ҡатнашма менән ҡаплана. Июнь аҙағына ҡәҙәр реактор өҫтөнә 11 мең 400 тонна ҡоро һәм һығылмалы һаҡлағыс материал ташлана.

Авария эҙемтәһен бөтөрөүҙә 600 меңдән артыҡ кеше ҡатнаша.  Башҡортстандан  12 меңдән артыҡ кеше ебәрелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың һаны йылдан йыл кәмей. Иҫән-һау ҡалғандары ла инвалидлыҡ статусында. Йыл да иҫән ҡалған ликвидаторҙар чернобылселәр һәйкәле янына йыйылып матәм минигы үткәрә. Иптәштәре һәм яҡындары уларҙы тынлыҡ менән иҫкә ала, стелаға сәскә һала.

Чернобыль фажиғәһенә - 38 йыл
Чернобыль фажиғәһенә - 38 йыл
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: