Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

ТӘГӘРМӘСТӘР ХӘҮЕФҺЕҘ БУЛҺЫН!

Бөгөн Нөгөш һыуһаҡлағысы янындағы «Тау һауаһы» ял базаһында «Хәүефһеҙ тәгәрмәс - 2024» республика йәш хәрәкәт инспекторҙары конкурсы башланғыс алды. 

ТӘГӘРМӘСТӘР ХӘҮЕФҺЕҘ БУЛҺЫН!
ТӘГӘРМӘСТӘР ХӘҮЕФҺЕҘ БУЛҺЫН!

Бөгөн Нөгөш һыуһаҡлағысы янындағы «Тау һауаһы» ял базаһында «Хәүефһеҙ тәгәрмәс - 2024» республика йәш хәрәкәт инспекторҙары конкурсы башланғыс алды. 

Йыл һайын уҙған конкурс балалар һәм үҫмерҙәрҙең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса белемдәрен тикшереү һәм нығытыу өсөн ойошторола. Быйыл да унда республиканың район-ҡалаларынан йыйылған иң яҡшы 62  команда көс һынашты.

Конкурста ҡатнашыусылар юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса белемен, велосипедта фигуралы йөрөтөү һәм юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күреүселәргә тәүге ярҙам күрһәтеү оҫталығын, шулай уҡ сәхнәлә үҙҙәренең бик күп төрлө ижади һәләттәрен дә күрһәттте.

Сараны асыу тантанаһында блогер, спортсы Рөстәм Нәбиевтың ҡатнашыуы балалар өсөн айырым ҡыуаныс булды. Ул үҙ сығышында һәр кем өсөн юл ҡағиҙәләрен үтәүҙең мөһимлеген билдәләне һәм конкурстағы һәр команда башҡалар өсөн өлгө булыр тигән өмөт белдерҙе.

Сара барышы һәм һөҙөмтәләр менән гәзиттең киләһе һанында таныштырырыбыҙ.

Автор фотолары. 

 
 
ТӘГӘРМӘСТӘР ХӘҮЕФҺЕҘ БУЛҺЫН!
ТӘГӘРМӘСТӘР ХӘҮЕФҺЕҘ БУЛҺЫН!
ТӘГӘРМӘСТӘР ХӘҮЕФҺЕҘ БУЛҺЫН!
ТӘГӘРМӘСТӘР ХӘҮЕФҺЕҘ БУЛҺЫН!
ТӘГӘРМӘСТӘР ХӘҮЕФҺЕҘ БУЛҺЫН!
ТӘГӘРМӘСТӘР ХӘҮЕФҺЕҘ БУЛҺЫН!
ТӘГӘРМӘСТӘР ХӘҮЕФҺЕҘ БУЛҺЫН!
ТӘГӘРМӘСТӘР ХӘҮЕФҺЕҘ БУЛҺЫН!
ТӘГӘРМӘСТӘР ХӘҮЕФҺЕҘ БУЛҺЫН!
ТӘГӘРМӘСТӘР ХӘҮЕФҺЕҘ БУЛҺЫН!
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: