Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Сентябрь 2021, 15:25

Һайлауҙа йәштәр ҙә әүҙемлек күрһәтә

Мәләүез ҡалаһының 6-сы лицейын уңышлы тамамлап, Салауат медицина колледжына уҡырға ингән Тимур Фәйзуллин һайлауҙа беренсе тапҡыр ҡатнаша. Дәүләт Думаһына өс көнлөк һайлау марафонының беренсе көнөндә иртәнге сәғәттәрҙә 8-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә урынлашҡан 2556-сы һайлау участкаһына килеп, үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне.

Һайлауҙа йәштәр ҙә әүҙемлек күрһәтә
Һайлауҙа йәштәр ҙә әүҙемлек күрһәтә

-Мин илдәге тотороҡлолоҡ, тыныс киләсәк өсөн үҙ тауышымды бирҙем. Үҙен иленең, республикаһының патриоты тип һанаған һәр кеше һайлауҙа ҡатнашырға тейеш. Был сәйәси сарала йәштәр әүҙемерәк булһын ине, тигән теләктә ҡалам, - ти ул.

18 йәшлек Виктория Лыгина ла һайлауҙа беренсе тапҡыр. Ул 6-сы лицейҙа урынлашҡан 2254-се һайлау участкаһында үҙе теләгән кандидатҡа һәм партияға тауыш бирҙе. Йәш һайлаусы тулҡынланыуын йәшермәй:

- Минең өсөн бик яуаплы һәм мөһим сәйәси ваҡиға был. Һәр тауыш кампанияның нисек барышына йоғонто яһай. Тимәк, минең һайлауға килеүемә лә күп нәмә бәйле, - ти Виктория.

Участка һайлау комиссияларында Тимур Фәйзуллинға һәм Виктория Лыгинаға бөгөнгө мөһим ваҡиға тураһында иҫтәлеккә бүләк тапшырҙылар.

Һайлауҙа йәштәр ҙә әүҙемлек күрһәтә
Һайлауҙа йәштәр ҙә әүҙемлек күрһәтә
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: