+7 °С
Болотло
Рәсәй Президенты Владимир путин күп балалы атайҙарға пенсияны ваҡытынан алда билдәләү мөмкинлеген ҡарарға, бының тураһында 1 октябргә тиклем хәбәр итергә ҡушты, тиелгән Кремль сайтында.
“Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә... күп балалы атайҙарға ҡартлыҡ буйынса пенсияны ваҡытынан алда билдәләү мөмкинлеге тураһында мәсьәләне ҡарарға”. – тип яҙылған йөкләмәләр исемлегендә.
Тейешле доклад 2022 йылдың 1 октябренә ҡәҙәр тәҡдим ителергә тейеш, Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин яуаплы итеп билдәләнгән.