Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Июль 2022, 11:30

Владимир Путин Донбасста һәм Украинала йәшәгәндәр өсөн Рәсәй гражданлығын алыуҙы ябайлаштырған

Рәсәй Президенты Владимир Путин Луганск, Донецк халыҡ республикаларында һәм Украинала даими йәшәүселәр өсөн Рәсәй гражданлығын алыуҙы еңеләйтеү тураһында законға ҡул ҡуйған. Документ хоҡуҡи мәғлүмәттәр рәсми интернет-порталында баҫылып сыҡҡан.

Унда әйтелгәнсә, элегерәк Рәсәй гражданлығына эйә булып, һуңынан унан сыҡҡандар ҙа хәҙер беҙҙең ил гражданлығын ябайлаштырылған тәртиптә алыу тураһында билдәләнгән тәртиптә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: уҙған йыл аҙағында Рәсәй Президенты Дәүләт Думаһына “Рәсәй Федерацияһы гражданлығы тураһында” закон проектын индерҙе. Унда 20-нән артыҡ категориялағы заттарға гражданлығын алыуға ғариза тапшырғанда талаптарҙы кәметеү күҙҙә тотола.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: