ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
28 Февраль , 10:00

АТТАРҘА САБЫП ҠЫНА!

Сың-сың итә, ел туҙғыта Еҙ ҡыңғырау моңдарын. Ҡайҙа алып бара икән Ҡышҡы оҙон юлдарым?

АТТАРҘА САБЫП ҠЫНА!
АТТАРҘА САБЫП ҠЫНА!

Ҡышҡы оҙон юлдар һайлау участкаһы комиссияһы ағзаларын һайлаусылар йәшәгән өйҙәргә алып бара. Воскресенский ауылындағы эш сәфәребеҙҙә беҙ Наталья Семавина һәм Анастасия Серова менән Рәсәй Президентын һайлауға әҙерлек хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ. Улар үҙ биләмәһендәге һайлаусыларҙы ошондай ғәҙәти булмаған транспорт сараһында урап үтә! Дилбегәне ышаныслы ир-егеткә - Александр Сергеевҡа тапшырғандар.

Баҡһаң, былтыр йыл аҙағында «Торатау» геопаркына ингән «Воскресенск баҡыр иретеү заводы» арт-үҙәге экскурсиялар өсөн ошо транспорт сараһын алған. Татарстандың Яр Саллы ҡалаһынан ҡайтарылған транспорт сараһына тәү башлап һайлау участкаһы комиссияһы ағзалары "һынау" үткәрергә булған.

- Беҙ йорттарҙы кисен сәғәт 8 - гә тиклем урап үтәбеҙ. Һайлау комиссияһында беренсе йыл ғына эшләмәйбеҙ, шулай булғас, халыҡ менән аралашыу ауыр түгел. Беҙ Воскресенский ауылын һәм Ҡусҡар утары халҡына мәғлүмәт еткерәбеҙ,- тип ҡыҙҙар. Улар һайлаусылар исемлеген асыҡлай, үҙгәрештәрҙе иҫәпкә ала. Шулай уҡ халыҡҡа һайлауҙар буйынса мәғлүмәт менән еткерә, тауыш биреү ысулдары менән таныштыра, мәғлүмәти буклет, саҡырыу ҡағыҙы ҡалдыра. Был мөһим эш 7 мартҡа тиклем дауам итәсәк. 

Махсус өҫ кейемендәге һайлау участкаһы комиссияһы ағзаларының таныҡлығы, сумка-планшеты, ҡулында блокноты, мәғлүмәти буклеттары, саҡырыу ҡағыҙҙары бар. Улар үҙ һайлаусыларын телефондағы махсус программала аша теркәй. Киске сәғәттәрҙә ишегегеҙҙе шаҡыһалар, асмай ҡалмағыҙ, дуҫтар! 

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотолары һәм видеоһы.  

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: