Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Июнь , 12:15

Йәштәр туризмды үҫтерә

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһында эш башлағанда, республикала эске туризм үҫешенә бәйле хәлде киҫкен тип атаны. Ул быны кәрәкле инфраструктураның булмауы менән бәйләне. Етәксе ҡушыуы буйынса туризм менән шөғөлләнеүсе компаниялар өсөн гранттар һәм субсидиялар булдырыу, һалым льготалары һәм административ йомшартыуҙар системаһын булдырыу ҡарар ителде.

Йәштәр туризмды үҫтерә
Йәштәр туризмды үҫтерә

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһында эш башлағанда, республикала эске туризм үҫешенә бәйле хәлде киҫкен тип атаны. Ул быны кәрәкле инфраструктураның булмауы менән бәйләне. Етәксе ҡушыуы буйынса туризм менән шөғөлләнеүсе компаниялар өсөн гранттар һәм субсидиялар булдырыу, һалым льготалары һәм административ йомшартыуҙар системаһын булдырыу ҡарар ителде.

Пандемия һәм махсус хәрби операцияға бәйле финанслау яғынан ҡатмарлыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, туризм йүнәлеше өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе һанала. Төбәктә уны үҫтереүгә Республика Башлығы ярҙамы менән булдырылған Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге, мәктәп һәм сәнәғәт туризмы программалары булышлыҡ итә. Бөгөн бында туристар һанының артыуы күҙәтелә. Туристик инфраструктураны үҫтереү иҫәбенә артабан ыңғай динамиканы мәьмин итеү мөһим. 2023 йылда был маҡсатҡа 1 миллиард ярым һум федераль аҡса йәлеп ителгән.

Радий Фәрит улы инвестиция сәғәттәрендә проекттарҙы шәхсән ҡарап, уларға ярҙам итеү буйынса ҡарар ҡабул итә.

Туризмды үҫтереү - республиканың киләсәгенә инвестициялар һалыу һәм бөгөн халыҡ өсөн эш урындары булдырыу. Ул төҙөлөш, сәнәғәт, транспорт, хеҙмәтләндереү һәм башҡа өлкәләргә мультипликатив эффект булдыра.

Туристик хеҙмәттәрҙең һәм инфраструктураның сифатын күтәреү түләүгә һәләтле ихтыяжды йәлеп итергә мөмкинлек бирә, төбәккә аҡса массаһы ағымын арттыра.

Республикала һуңғы йылдарҙа мәҙәни - ял итеү урындарын, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү эше әүҙем бара.

Был йәһәттән Мәләүез районында ла ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә.

Мәләүездә йәшәүсе Алина һәм Салауат Вәлитовтар Нөгөш ҡасабаһында «Пирс» ял базаһын булдырған. Ғинуар айында ғына асылһа ла, ул күптәрҙең яратҡан урынына әйләнеп өлгөргән дә инде. Нөгөш һыуһаҡлағысының тыныс, матур ерендә урынлашҡан «Пирс» биләмәһендә бөтә уңайлы шарттары булған, майҙаны буйынса төрлө ҙурлыҡтағы ике ҡатлы заманса йорттар, мунса, мангал зонаһы бар. Ул үҙенең пирсы булыуы менән дә отошло. Һыу инеү урынын башҡа ерҙән эҙләргә түгел, ул биләмәлә генә.

Бөгөн унда балалар өсөн уйын майҙансығы ла булдырыла. Ял базаһы биләмәһен ҡайын, туя, шыршы һәм башҡа ағастар, сәскәләр йәмләй.

Вәлитовтар әйтеүенсә, унда яҡын-тирәнән генә түгел, башҡа яҡтарҙан килеп ял итеүселәр ҙә бар. «Пирс»ҡа Күмертау, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, шулай уҡ Ырымбур өлкәһе кешеләре йыш һәм күпләп килә.  

База йыл әйләнәһенә эшләй. Ул ҡышын да асыҡ. Һыуыҡ миҙгелдә лә ял көндәрен мунса инеп, шешлек бешереп, тәбиғәт хозурлығына һоҡланып, саф һауа һулап үткәрергә теләгәндәр байтаҡ икән. Әйткәндәй, ҡышын унда каток эшләй.

Йәш ғаилә киләсәктә ял базаһы биләмәһендә ун дүрт урынлыҡ иркен йорттар, ҡунаҡхана комплексы төҙөргә ниәтләй. Үҙ кафелары, аҙыҡ-түлек, төрлө кәрәк-яраҡ һатыу урыны булдырыу уйы ла юҡ түгел. Төҙөлөш эше менән яҡшы таныш ғаилә башлығы проекттарҙы үҙе төҙөй.

Ял базаһын камиллаштырыу өсөн грантта ҡатнашыу, дәүләт ярҙамы алыу ҙа ҡамасауламаясаҡ. Уны беҙ бөгөн башҡаларҙан ҡуртымға алған гидроцикл, катер, катамаран һәм башҡа ҡорамалдар һатып алыуға тотонор инек, ти Вәлитовтар.

Ярты йыл элек кенә «Пирс» ял базаһы асып эш башлаған һәм төбәктә туризмды үҫтереүгә өлөш индергән яҡташтарыбыҙҙың киләсәктә бар уй-ниәттәрен тормошҡа ашырырға яҙһын.

Автор фотолары. 

Йәштәр туризмды үҫтерә
Йәштәр туризмды үҫтерә
Йәштәр туризмды үҫтерә
Йәштәр туризмды үҫтерә
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: